Сәләмәт булайыҡ
19 Май 2020, 13:40

Анализдар әлегә түләүле буласаҡ

Күптәр республикала коронавирусҡа ҡарата организмдағы антиматдәләргә анализ тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгәнен түҙемһеҙләнеп көтә.

Онлайн брифингта төбәктә коронавирусҡа бәйле көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Күптәр республикала коронавирусҡа ҡарата организмдағы антиматдәләргә анализ тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгәнен түҙемһеҙләнеп көтә. Ысынлап та, тиҙҙән бындай иммунофермент анализ тапшырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, бәлки, ошо аҙна аҙағында уҡ, тине Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак.
Әлегә бындай тест-системаларҙы Рәсәйҙә “Вектор” фәнни үҙәге генә етештерә, тауарҙы Рәсәй төбәктәренә таратыу мәсьәләһе хәл ителә. Әлегә был мөмкинлек ойошмаларға бирелгән, улар алдан билдәләнгән сират буйынса тест-системаны үҙҙәре теркәлгән төбәккә алып ҡайтып ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һүҙ шәхси бизнес хаҡында бара һәм организмдағы антиматдәләргә анализдарҙы әлегә фәҡәт шәхси лабораторияларҙа түләүле нигеҙҙә тапшырып буласаҡ. Әммә шәхси клиникалар тест һөҙөмтәләрен урындағы “Роспотребнадзор” идаралығына һәм Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә хәбәр итергә тейеш буласаҡ.
Фото: mk.ru
Читайте нас