Был аппарат ҡул имгәнгәндән, һынғандан һуң хәлдең киҫкенләшеүенә, оҙаҡ хәрәкәтләнмәгәндән һуң өҙлөгөүгә юл ҡуймау, операциянан һуң быуындарҙы дауалау өсөн ҡулланыла, тиҙ арала ауыртыу-һыҙланыуһыҙ һауығыуға булышлыҡ итә. Ҡулайламаны сирҙең үҙенсәлектәренә ҡарап көйләргә мөмкин. Уны остеосинтездан, имгәнеү, һыныуҙарҙан, тән бешеүҙән, төрлө операцияларҙан һуң реабилитация үткәргәндә файҙаланалар.