Сәләмәт булайыҡ
19 Май 2020, 19:40

Рөстәм Әхмәҙинуровтың хәле нисек?

"Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһенең коронавирус инфекцияһы менән дауаханала ятыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуровтың коронавирус инфекцияһы менән дауаханала ятыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Ун көн самаһы элек Рөстәм Марат улы хәленең яҡшыра башлауы, температураһының төшөүе хаҡында белдергәйне. Кисә ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, ниһайәт, дауахананан сығыуы хаҡында хәбәр итте. “4-се инфекция дауаханаһы коллективына, шәхсән 3-сө бүлексә мөдире Нурия Искәндәр ҡыҙы Абдрахмановаға ҙур рәхмәт!” – тип яҙҙы һәм өйөнә ҡайтарылһа ла, дауаланыуҙың амбулатор шарттарҙа дауам ителәсәге хаҡында ла белдерҙе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Социаль селтәрҙәге дуҫтары, таныштары Рөстәм Марат улына һаулыҡ, уңыштар һәм тиҙерәк сафҡа баҫыуын теләгән. Белеүебеҙсә, Р. Әхмәҙинуров “Берҙәм Рәсәй” штабында эпидемияның тәүге көндәренән хәүеф янаған төркөмдәргә – аҙ тәьмин ителгәндәргә, күп балалыларға, яңғыҙаҡтарға, оло йәштәгеләргә ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр эшмәкәрлеген ойоштороу эшенең уртаһында ҡайнаны.

Фото Р. Әхмәҙинуровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас