Күптәрҙе, ысынлап та, балалар баҡсаларының ҡасан ҡәҙимге эш режимына күсеүе йәки дежур төркөмдәрҙе арттырыу мәсьәләһе борсой.
"Ғаризалар һаны, баҡсалағы урындарға ихтыяж мәсьәләһе көн һайын иҫәпкә алына, тикшерелә. Дежур төркөмдәр ҙә яйлап арта бара. Әммә ундағы эш үҙенсәлектәре һаҡлана – береһендә балалар 15-тән артмаҫҡа һәм барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Атап әйткәндә, һүҙ термометрия, төркөм-ара һәм бергә үткәргән сараларҙы тыйыу, саф һауала йөрөгәндә төркөмдәрҙең бер-береһе менән осрашмауы кеүек талаптар хаҡында бара", - тине Илдар Мәүлетбирҙин.