Нефтекама ҡалаһында бер айлыҡ ҡына ҡыҙ баланың ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта, хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренә таянып, “КП-Өфө” хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ата-әсәһе сабыйҙың тын алмағанын һиҙеп ҡалған. “Ашығыс ярҙам” саҡырталар, әммә бәпескә ярҙам итә алмайҙар. Полиция һәм тәфтиш хеҙмәткәрҙәре лә килеп етә. Улар ҡыҙсыҡтың тәнендә зарарланған, йәрәхәтләнгән урындар тапмай.
Асыҡланыуынса, шунан алда бәпәйҙең танауы ҡанаған булған. Тик ниңә табип саҡыртмағандарҙыр, билдәһеҙ. Версияларҙың береһе – сабый ҡаты ауырыған. Үлемдең сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән.
Балаларыбыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булайыҡ!
Фото: voshod.bashkortostan102.ru