Йәрмәкәй районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башлаясаҡ. Халыҡ өсөн мөһим булған объекттар "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
Әле ике ФАП-та ла тейешле медицина ҡорамалдары, йыһаздар урынлаштырыла. Май аҙағында Һыуыҡҡул ауыл биләмәһенең Богородский һәм Һигеҙенсе Март ауыл биләмәһенең Яңы Шах ауылдары халҡы тәүге медицина ярҙамы аласаҡ.
Богородский ауылындағы кирбестән төҙөлгән 64 квадрат метр майҙандағы ФАП-ты 2019 йылдың октябрендә төҙөй башлағандар. Ете ай үтеп тә өлгөрмәгән, ә яңы бина тәүге пациенттарын ҡабул итергә әҙер. Шуныһы мөһим: ФАП-ты төҙөүҙә, нигеҙҙә, Йәрмәкәй районы төҙөүселәре ҡатнашҡан. Төҙөлөштө алып барған шәхси эшҡыуар Альфред Миңлезакиров белдереүенсә, килешеү хаҡы 2,9 миллион һум, әле төҙөүселәр иҫке ФАП-ты емерә башлаған.
Альбина Әлмөхәмәтова 26 йыл инде фельдшер булып эшләй һәм ул яңы бина төҙөлөүгә ифрат шат. ФАП заманса медицина ҡорамалдары, йыһаз менән тулыланған. Бында халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар бар: дефибриллятор, ЭКГ аппараты, ҡорамалдарҙы дезинфекциялау өсөн ике ҡеүәтле мейес тә ҡаралған. Богородский ауылындағы яңы ФАП Богородский, Михайловка һәм Князевка ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
- Иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункты 1967 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылған ине. Яңы бинала ҡабул итеү һәм көтөү бүлмәһе, процедура, гинекология кабинеттары эшләй. Июнь баштарында тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә әҙербеҙ, - ти үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғизетдинов. - Ошондай уҡ ФАП Яңы Шах ауылында ла буласаҡ.