Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2020, 13:00

Битлектәрҙе сисергә иртә әле

Хеҙмәт мигранттары араһында коронавирустың таралыуы хәүеф тыуҙыра. Салауат районында вирусты йоҡторған ауырыуҙар 68-гә еткән, Үзбәкстан егеттәре Силәбе өлкәһендә эшләһә лә, беҙҙең республикала йәшәгән булған. Барыһына ла тест үткәрелгән, бөтә һаҡланыу саралары күҙәтелә.

Йәйге йәмле миҙгелгә аяҡ баҫыу менән мәкерле вирус хәүефенән тиҙерәк ҡотолорбоҙ, тигән уй менән йәшәһәк тә, әлегә республикала эпидемиологик хәл көсөргәнешле.
Һуңғы тәүлектә тағы ла 89 кеше GOVID-19 вирусын йоҡторғандар рәтен тулыландырҙы. Шулай итеп, республикала уларҙың һаны 2424-кә етте. Барлығы 792 пациент һауыҡты, 18 ауырыу вафат булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған бөгөнгө брифингта ошо һандар яңғыраны.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, хеҙмәт мигранттары араһында коронавирустың таралыуы күҙәтелә. Салауат районында вирусты йоҡторған ауырыуҙар һаны 68-гә еткән. Үзбәкстан егеттәре Силәбе өлкәһендә эшләһә лә, беҙҙең республикала йәшәгән булған. Барыһына ла тест үткәрелгән, бөтә һаҡланыу саралары күҙәтелә.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 8849 коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлде. Оператив штаб билдәләүенсә, илдә сирҙе йоҡтороусылар һаны 317 554 кешегә етте. Яңы асыҡланған иң күп сирлеләр әүәлгесә Мәскәүҙә теркәлгән (2913), унан ҡала Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург килә. Тәүлек эсендә 127 ауырыу вафат булған, 7289 пациент һауыҡҡан.
Май башынан илдә яңы асыҡланған коронавирус осраҡтары яҡынса бер урында тирбәлә, киләсәктә был һандың яйлап кәмей барыуына өмөтләнә белгестәр. Эпидемиологик хәл тотороҡланған осраҡта ла, әле бик оҙаҡ иҫкәртеү һәм санитария-гигиена талаптарын үтәргә тура киләсәк.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас