Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә коронавирусҡа ҡаршы көрәш сараларына арналды. Радий Хәбиров был йәһәттән бер нисә белдереү яһаны.
Мәҫәлән, күптәр спорт объекттарын, фитнес-клубтарҙы асыуҙы һорай икән. Был йәһәттән төбәк етәксеһе ҡабаланмаҫҡа уйлай.
– Спорт учреждениеларын асыу өсөн нигеҙ күрмәйем. Сирлеләр көн һайын 80-90 кешегә артып тора. Шуға күрә улар әлегә ябыҡ буласаҡ, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта Радий Фәрит улы профессиональ командалар күнекмәләрен тергеҙеү буйынса ҡарар ҡабул итергә ризалығын бирҙе. Һүҙ тәү сиратта “Салауат Юлаев” хоккей һәм “Өфө” футбол командалары тураһында бара. Бынан тыш, Рәсәй йыйылма командалары һәм уларға кандидаттарға ла күнекмәләр яһау рөхсәт ителеүе ихтимал. Бының өсөн спорт министрлығы тәҡдим әҙерләргә тейеш. Бар күнекмәләр санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп башҡарылырға тейеш.
Радий Хәбиров белдереүенсә, дүшәмбенән республикала бер нисә төҙөлөш объекты ябылыуы ихтимал. Был унда санитария-эпидемиологик талаптар үтәлмәүенә бәйле.
– Ҡайһы бер төбәктәрҙә тап төҙөлөш объекттарында сир усаҡтары барлыҡҡа килде, мәҫәлән, әле Себерҙәге бер төбәктә шундай хәл. Беҙгә быға юл ҡуйырға ярамай. Миңә бик күп ялыуҙар, видеодәлилдәр килеп тора. Унда төҙөүселәр талаптарҙы бар тип тә белмәй. Бындай төҙөлөштәр ябыласаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Битлек кейеү тәртибен үтәмәү буйынса район һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтарына шелтә эләкте.
– Өфөлә был йәһәттән хәл күпкә яҡшы, яйлап баш ҡала халҡы битлек, бирсәткә кейеүгә өйрәнеп бара. Йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, парктарҙа халыҡтың 90 процент самаһы кейә. Ә бына райондарҙа хәл улай түгел, – тине ул.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Бәләбәй районында – 127, Тәтешлелә – 48, Өфө районында – 84, Нефтекамала – 264, Салауатта – 60, Стәрлетамаҡта – 73, Өфөлә 775 кеше сирләй. Күренеүенсә, был баш ҡала ғына бәләһе түгел. Битлекте бөтә райондар һәм ауылдарҙа ла кейеү мотлаҡ.
Билдәле булыуынса, төбәктә хроник сирлеләр һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы дауам итә. Быға тиклем бөтәһенә лә, шул иҫәптән өлкәндәр өсөн баҡсаға йөрөү рөхсәт ителгәйне. Хәҙер указға үҙгәреш индереп, уларға артабан да баҡсаға барырға рөхсәт ителәсәк, тик үҙҙәре менән баҡсаһы бар тигән документы булыуы мотлаҡ.
Оператив кәңәшмәлә яңғыраған тағы бер яңылыҡ: Радий Хәбиров яйлап муниципалитет-ара һәм төбәк-ара транспорт маршруттарын арттырырға тәҡдим итте. Әлбиттә, былар барлыҡ санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп башҡарылырға тейеш.