Мәсетле районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡтаҡы үҙәк район дауаханаһында коронавирус инфекцияһын йоҡтороу шиге булған пациент асыҡланған. Ул Ҡыйғы дауаханаһына оҙатылған.
Ошо хәлдән һуң, инфекция таралыуҙы иҫкәртеү өсөн терапия һәм гинекология бүлектәре карантинға ябылған. Шулай итеп, 32 кеше – табиптар, медицина персоналы, пациенттар анализ һөҙөмтәләрен алғансы дауаханала бикле ҡалған. 18 майҙа алынған анализдар кире һөҙөмтә күрһәткән, улар 11 тәүлектән ҡабат алынасаҡ. Ошоға тиклем барыһына ла бүлектәрҙә карантин шарттарында ҡалырға тура киләсәк.
Ошо ауыр мәлдә изоляциялағы яҡташтарына урындағы мөхтәсибәт теләктәшлек күрһәтте. Ике көн дауамында улар һаҡсылар аша дауаханаға ҡайнар аш тапшырҙы, акция бөгөн дә дауам итә. Изге Рамаҙан айында мәсетлеләр мәрхәмәтлелек ифтарҙарын да дистанцияла ойошторҙо, мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаларын таратты.
Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең изге Рамаҙан айында яҡташтарына ошондай иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Бигерәк тә көсөргәнешле эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн.
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән.