Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2020, 16:58

Ул сирлеләрҙе ҡотҡарасаҡ

Радий Хәбиров антиковид плазмаһы донорҙарына өҫтәмә аҡса түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан, Мәскәү һәм Свердловск өлкәһенән ҡала, коронавирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн плазма әҙерләй башлаған өсөнсө төбәк.
Ни өсөн Башҡортостан плазма базаһы булдырырға ҡарар иткән? Баҡһаң, беҙҙә шундай осраҡ булған: коронавирус менән ауыр сирләгән кешегә инфекциянан һауыҡҡан кешенең плазмаһын күсереп һалғандар. Һөҙөмтәлә уның файҙаһы ҙур булған, пациентты бер нисә көн эсендә ИВЛ аппаратынан алғандар, һәм ул һауығып аяҡҡа баҫҡан. Радий Хәбиров ошо турала ишетеү менән ысулды ҡулланырға һәм бының өсөн өҫтәмә түләүҙәр булдырырға ҡарар итә.
Ни өсөн был дауалау алымы шулай мөһим, сирләп һауыҡҡандарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм һеҙҙә антиматдәләр бармы икәнлеген нисек белергә? Был һорауҙарға Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов яуап бирә.
Сирләп һауыҡҡан кешеләрҙең ҡаны дауалау сараһымы?
Улай уҡ түгел. Коронавирус ме­нән сирләп, уны еңгән кешеләрҙең организмы махсус антителолар эш­ләп сығара. Әгәр уны ауыр сир­леләргә ҡойһаң, антителолар вирусты “таный” һәм үлтерә башлай, шуның менән иммунитеты көсһөҙ пациенттарға сиргә ҡаршы көрә­шергә ярҙам итә.
Был дауалауҙың бер төрө. Уның һөҙөмтәлелеген Ҡытай, Америка, Европа һәм Мәскәү табиптары дә­лил­ләй. Ул ғына түгел, Башҡорт­ос­танда ла плазма ярҙамында ҡот­ҡарып алып ҡалынған кешеләр бар.



Кем донор була ала?


Сovid-19 менән сирләгән һәр кем донор була ала, тик һауығып бер ай ваҡыт үткәс кенә ҡан тапшырырға мөмкин. Тап ошо ваҡытта ҡандағы антителолар концентрацияһы иң ҙуры була.
Плазманы ҡабул итеү пункты – Өфө ҡалаһының Шәфиев урамын­дағы 2-се йортта (“6-сы дауахана” туҡталышы). Унда буласаҡ донор­ҙарҙы табиптар тикшерә, ЭКГ, биохимия эшләйҙәр, терапевт ҡарап сыға. Әгәр барыһы ла яҡшы икән, шунда уҡ күсмә ҡан әҙерләү стан­цияһы мобиль машинаһында һеҙҙән плазма аласаҡтар. Бар процедураға сәғәт ярым ваҡыт китә. Плазманы һәр ике аҙнанан һуң бер йыл дауамында тапшырырға мөмкин.
Ҡан алыуҙың икенсе нөктәһе оҙаҡламай Батыр урамындағы 41/1-се йортта асыласаҡ (“4-се бала табыу йорто” туҡталышы). Шулай уҡ улар Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалаларында ла буласаҡ. Әгәр плазма етмәй башлаһа, республиканың башҡа ҡалаларында ла асылыуы ихтимал.



Был хәүефһеҙме?
Ғәҙәттә, плазманы алғандан һуң, ул бер нисә ай карантинда һаҡлана, һуңынан донор өҫтәмә тикшереүҙәр үтә. Бындай оҙайлы ысулға альтернатива бар – махсус ҡорамалда вирусты һәм башҡа патогендарҙы инак­тивациялау. Ул ҡорамал ҡим­мәтле һәм бөтә төбәктәр ҙә уны ала алмай. Ә бына Башҡортостанда ул бар!
Бындай махсус “таҙартыу” бар вирустарҙы ла юҡҡа сығара. Әгәр кеше аҙағына тиклем дауаланып бөтмәгән йәки уның башҡа сирҙәре, хатта ВИЧ йәки гепатит бар икән, плазма барыбер абсолют таҙа һәм хәүефһеҙ була. Унан зарарланыу мөмкин түгел.



Бәлки, мин симптомһыҙ сирләгәнмендер?



Мәскәүҙә тикшереү үткәргәндәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең – 30, ябай кешеләрҙең 10 процентында ҡандарында антителолар барлығын асыҡлағандар. Был кешеләрҙең күпселеге үҙҙәренең сирләгәнен белмәй ҙә ҡалған, ә ҡандары ауыр сирлеләргә ярҙам итә ала.
Яҡынса 18 майҙан һуң Республика ҡан ҡойоу станцияһына антите­лоларҙы асыҡлау өсөн реагенттар индерәсәктәр. Донор булырға теләгән һәр кемде тикшерәсәктәр. Был ябай донор булырға теләгәндәргә лә ҡағыла. Сара бушлай эшләнә. Әгәр үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡһынаһығыҙ икән, башҡа медицина учреждениеларында – дәүләт йәки шәхси – тест эшләтә алаһығыҙ.



“Ковид” донорҙарына нимә тейеш?


Республика Башлығының Указына ярашлы, яңы коронавирус инфек­цияһынан һауыҡҡан ке­шеләр ҡан плазмаһын донор булараҡ биргән хәлдә, уларға өҫ­тәмә аҡса түләнәсәк. Уның күләме түбәндәгесә: 300 мил­лилитрҙан кәм булмаһа – 2500 һум, 450 миллилитр – 3750, 600 миллилитр – 5000 һум. Аҡсаны шул уҡ көндә түләйәсәктәр, паспорт һәм плаз­мағыҙҙы алғандар тигән бе­лешмә генә күрһәтергә кәрәк. Йәшә­гән урынығыҙ, башҡа түләү һәм пособиелар алыуығыҙ бер роль дә уйнамай.

Бынан тыш, донорҙарға дөйөм ни­геҙҙә льготалар ҙа тейеш, туҡ­ланыу өсөн 489 һум түләнә, ҡан бир­гән көндә эшкә бармаҫҡа була һәм уңайлы көндә өҫтәмә ял алырға мөмкин. Әгәр плазманы шәмбе йәки эшләмәгән көндә тапшырһағыҙ, ике ял көнө биреләсәк.
Читайте нас