Сәләмәт булайыҡ
21 Май 2020, 06:30

Йөҙйәшәрҙәр вирусты нисек еңә алған?

Уларҙың береһе яңыраҡ 101 йәшен тултырған. Ә сирҙәре һанап бөткөһөҙ...

Мәскәүҙең 52-се клиник дауаханаһынан коронавирус йоҡторған ике йөҙйәшәр ҡатынды һауыҡтырып сығарғандар. Уларҙың береһе яңыраҡ 101 йәшен тултырған. Ә сирҙәре һанап бөткөһөҙ: йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин системалары, ашҡаҙан-эсәк юлы, бауыр, хәрәкәтләнеү-терәк аппараты ауырыуҙары... Ҡатын 14 көн клиникала дауалана, реанимацияла ята. Уны дауалауҙа ҡатмарлы терапия ҡулланыла.
Икенсе пациент - Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, тәүге йөҙйәшәрҙән ярты йылға олораҡ. Уның бер нисә хроник сире була, табиптар әйтеүенсә, ветерандың сәләмәтлек торошо алтмыш йәшлектекенә тиң. Интенсив терапия ҡулланмайынса ла әбейҙе аяҡҡа баҫтыралар. Ҡатындың организмы инфекциянан көслөрәк булып сыға.
Әле йөҙйәшәрҙәрҙең икеһе лә - реабилитация үҙәгендә. Федераль медик-биология үҙәге етәксеһе Вероника Скворцова был ғәжәп үҙенсәлекле хәлдең сәбәбен иммун системаһының көслө булыуында күрә. Дауалау һөҙөмтәһе тап шуға бәйле. Бынан тыш, 90 йәштән өлкәндәр өсөн айырым генетик үҙенсәлектәр хас, шул иҫәптән сағыштырмаса йәш иммунитет һәм Т-лимфоциттары клондары булыуы. Ғәҙәттә, 60 йәштән һуң улар юғалыусан, ти етәксе.
Фото: vespig.worldpress.com
Читайте нас