Сәләмәт булайыҡ
22 Май 2020, 08:58

“Бығаса ла инфекцияларҙың төрлөһөн күрҙек...”

Шуға ҡурҡыу йәки шикләнеү юҡ: кешеләрҙең именлеге өсөн әлеге ваҡытта меңдәрсә табип алғы һыҙыҡта тора

Кеше был тормошта үҙенә яҙған хаҡ юлды бәғзе саҡта төрлө урау юлдар һәм һынауҙар аша таба, әммә ошо һуҡмаҡҡа баҫҡас, башҡаларға өлгө булырлыҡ лайыҡлы ғүмер юлын үтә. Учалы районының Ҡәйепҡол ауылында тыуып үҫкән Хәснә Ильясова ла – шундайҙарҙан. Фиҙакәр хеҙмәте, ихлас булмышы, кешеләрҙе һәм йәшәйеште яратыуы уны өс улына хөрмәтле әсә, ҡәҙерле ир ҡатыны, үҙ һөнәренең оҫтаһы иткән. Хәйер, барыһы тураһында ентекләберәк һөйләйек.


...Ошо һүрәтләмәне яҙыр алдынан Хәснә Ғәйнетдин ҡыҙы менән әңгәмәләш­кәндә ул: “Ҡурсаланыу режимында, өйҙәмен; эштә коронавирус менән сир­ләгән пациент барлығы асыҡланды”, – тип белдергәйне. Эш шунда: Хәснә ханым рентген бүлегендә лаборант булып эшләгәс, көн һайын тиҫтәләрсә кешегә рентген һүрәте яһай. Сирле пациент менән аралашҡанға күрә, уны өйөнә изоляцияға ҡайтарғандар икән.
...Ул Урал тауҙары буйында һыйынып ултырған бәләкәй генә Ҡәйепҡол ауылында, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйнетдин Рәсүлевтең ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән. Атаһының аяныслы яҙмы­шы тураһында әйтеп үтмәйенсә булмай: 1942 йылда һуғышҡа алынған, ошо йылдың авгусында, Сталинград ҡалаһын обороналауҙағы ҡаты бәрелештәрҙең береһендә йөҙөнә фашист снаряды эләгеп, 20 генә йәшлек һылыу егет ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалған. Милләттәшебеҙ яу яланынан танымаҫлыҡ булып ҡайтһа ла, рух ныҡлығы, тормошто яратыуы бә­хетле тормош кисерергә ярҙам иткән: ҡатыны Малия менән ете балаға ғүмер биреп, тулы ҡанлы ғүмер юлы үткән олатай.
... Ә хәҙер Хәснә Ғәйнетдин ҡыҙының үҙенә һүҙ бирәйек:

– Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡыным, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаштым, мәктәптәге һәр сараның уртаһында ҡайнаным. Ғаиләлә төпсөк ҡыҙ булғас, мәктәп тамамлағанға тиклем биш апайым да үҙаллы тормош юлына баҫып, атай йортонан сығып киткәйне инде. Атай менән әсәй ҙә олоғайғайны, етмәһә, әсәйем сирләп китте. Ҡыҫҡаһы, донъя мәшәҡәттәре араһында “Хәснә, ошо һөнәрҙе һайла” тип йүнәлеш биреүсе булманы, унан тыш, аҡса яғы ла наҡы­ҫыраҡ ине. Туранан-тура институтҡа имтихан бирергә барырға ҡыйыулығым етмәне, эшкә инермен дә ситтән тороп белем алырмын, тип уйланым. 16 ғына йәшемдә, 1982 йылда, Өфөгә сығып киттем. Тәүге осорҙа Лилиә апайым ярҙам итте. Унан тегенселәр курсына уҡырға индем дә биш айҙан һуң “Мир” тегеү берекмәһендә хеҙмәт юлын башланым.
Кейәүгә сығып, бер-бер артлы улдарым тыуғанда, беҙ Авдон ҡасабаһында төпләнгәйнек. Декрет ялынан һуң Өфөгә йөрөп эшләү мөмкинлеге булмағас, Авдон дауаханаһына ябай санитарка булып эшкә урынлаштым. Бына ошондай урау-урау юлдар мине бар йөрәгем менән яратҡан һөнәремде һайлауға килтерҙе. Дауаханала эшләй башлағас, шул тиклем медицина менән ҡыҙыҡһынып киттем. Ныҡышып, тырышып эшләгәнемде күреп, мине бер аҙҙан регистратураға эшкә алдылар.
Дауахана етәкселеге лә этәргес һәм дәрт-дарман бирҙе: бәлки, профессиональ белем алырһың? Шиктәр булманы түгел: ҡулда ике бәләкәй бала, медицина училищеһында уҡый алырмынмы, өлгөрөрмөнмө? Шулай итеп, 1989 йылда Өфөләге 1-се медицина училищеһының киске бүлегендә уҡый башланым, уны 1991 йылда “ҡыҙыл диплом”ға тамамланым. 1992 йылда иһә рентген лаборанты һөнәре буйынса белемемде камиллаш­тырырға ебәрҙеләр. Бына ошо осорҙан тормошом бөтөнләй икенсе йүнәлеш алды, һәм уның шулай булыуына бер минутҡа ла үкенгәнем юҡ.
– Әле һеҙ хеҙмәт иткән дауахана республикалағы иң ҙур һәм көсөргәнеш талап иткән коллективтарҙан һанала...

– 12 йыл Авдон дауаханаһында эшләгәндән һуң, 2000 йылдан алып Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү дауаханаһында эшләйем. Бө­гөн­ бында 810 урынға иҫәп­ләнгән 16 клиника, алты параклиника, дүрт реанимация-анестезиология бүлектәре эшләй. Тәүлек әйләнәһенә 18 операция блогы сафта, бер юлы ике тиҫтәгә яҡын операция яһалыуы ихтимал. Ғөмүмән, беҙгә эләккән пациент­тарҙың 70 процентын “Ашығыс ярҙам” машинаһы килтерә. Уларға кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителә. Кешеләрҙең төрлө хәлгә эләгеүе бар: юл-транспорт ваҡи­ғаһы, бәхетһеҙ осраҡ, енәйәт ҡорбандары булһынмы йәки бәғзеләр үҙен насар тойһонмо... Балалар айырыуса иғтибар талап итә: төрлө инфекциялы сирҙәрҙән тыш, йығылған, ауыртынған, йәрәхәт­ләнгән, зарар күргән бәләкәстәр ҙә эләгә беҙгә. Ошондай режимда эшләү хеҙмәт­кәрҙәрҙән һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, тиҙлек, хәлде аныҡ баһалау, па­циенттың хәленә ҡарап дөрөҫ процедуралар бил­дәләү кеүек сифат­тарҙы ла талап итә. Дауахана йылына 67 меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә. Пациент­тарҙың яртыһынан күберәге стационарҙа дауалана. Йылына меңдәрсә операция яһала. Бына ошондай шарттарҙа урта медицина персоналының да эше мөһим һәм кәрәкле.
Мәҫәлән, был дауаханаға эшкә урын­лашҡас, ун йыл “Ашығыс ярҙам” кабинетында эшләнем. Уның төп үҙенсәлеге – эш тәүлек әйләнәһенә бара, медицина ярҙамы талап ителгән кешеләргә рентген яһайһың, шунда уҡ һөҙөмтәләрен әҙерләйһең. Бик-бик аяныслы ваҡиғалар шаһиты булырға, тормоштағы төрлө хәлдәргә юлыҡҡан кешеләрҙе күрергә тура килде. Мәҫәлән, бер мәл пасса­жирҙар менән “ГАЗель” аварияға ос­раған. Төн уртаһы. Кабинет алдында – алты каталка, һәр ҡайһыһына тиҙ арала рентген һүрәте яһап, йәрәхәттәренең кимәлен билдәләү зарур... Ошондай минуттарҙа бар донъямды онотоп ярҙамға ташланам: һәр минут ҡәҙерле, үлсәүҙә – кеше ғүмере...
Тағы бер аяныслы ваҡиғаны онота алмайым: йәш кенә егет мотоциклда осҡан, яралары үтә ауыр ине. Бындай осраҡта рентген һүрәтен күсмә аппаратта, реанимацияла эшләйһең. Бында бер нисә йүнәлеш буйынса эш бара: травматологтар йәрәхәттәрҙе ҡарап эшкәртә, нейрохирургтар үҙ бурысын башҡара. Ошо арала рентген һүрәтен дә яһап өлгөрөү фарыз... Ғөмүмән, беҙҙең коллективта, табиптар йә урта медицина персоналы булһынмы, иҫ киткес кешелекле, юғары квалификациялы һөнәр оҫталары эшләй: улар менән ғорурланам, хеҙмәт батыр­ҙарын хөрмәт итәм.
– Коллективта һөнәри күсәгилешлек, тәжрибә уртаҡлашыу кеүек йолалар бармы?

– Фәҡәт үҙемә килгәндә, ошонда сы­ныҡтым, оҫтарҙым, һөнәремде камил­лаш­­тырҙым. 2006 йылда “юғары категориялы шәфҡәт туташы” квалифи­кацияһына лайыҡ булдым. Һуңғы йылдарҙа дауа­ханаға эшкә килгән һәр лаборантты һөнәр нескәлектәренә төшөндөрәм, тәжрибә уртаҡлашам. Был эш тә миңә оҡшай: һөнәр серҙәре менән бүлешеү – үҙе бәхет.

Ә эштең нескәлектәре бихисап: рентген һүрәтенең аныҡлығынан, дөрөҫ төшөрө­лөүенән артабан табиптарҙың диагнозды һәм дауалау юлын дөрөҫ бил­дәләүе тора. Рентген һүрәттәрен тәф­сирләгән һөнәри медицина китаптары бар, әлбиттә, улар һәр саҡ ҡул аҫтында. Әммә тормошта хәлдәр күпкә ҡатмар­лыраҡ булыуы ихтимал, сөнки кешеләр беҙҙең дауаханаға төрлө тән йәрәхәте, сирҙәр менән эләгә. Оҙаҡ дауаханала ятып та организмда үҙгәрештәр булыуы бар. Һәр һөйәкте күреү өсөн ҡайһы саҡта төрлө ысулдар ҡулланып ҡарайым, сөнки ошо һүрәткә пациенттың арта­банғы дауаланыу юлы, яҙмышы бәйле.
– Һуңғы айҙағы хәлдәрҙән сығып, дауахана кешеләрҙе һауыҡтырыу урыны булыуы менән бер рәттән, инфекция усағына ла әйләнеүе ихтимал икән­легенә инандыҡ. Һәр хәлдә, коронавирус тигән ҡәһәрле сир кешелеккә уяу булырға кәрәклекте йәнә бер иҫкәртте...

– Медицина хеҙмәткәрҙәре был проблемаға икенсерәк күҙлектән бағалыр: был үтә кәрәкле, яуаплы һөнәрҙе юҡҡа һайламағанбыҙ бит. Шуға ҡурҡыу йәки шикләнеү юҡ: кешеләрҙең именлеге өсөн әлеге ваҡытта меңдәрсә табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының һәм башҡа медицина персоналының алғы һыҙыҡта торғанын күрәбеҙ. Инфекцияларға килгәндә, ошо йылдар эсендә уларҙың төрлөһөн күрҙек: туберкулез менән сирләгәндәр, атипик пневмония, “ҡош киҙеүе” кеүек ауыр инфекция йоҡтороуҙа шик аҫтына алын­ғандарға ла рентген яһаныҡ, табиптар дауаланы, ярҙам күрһәтте. Йәшерен-батырыны юҡ: ошо хәлдәрҙән һуң лабо­ранттарҙың пневмония менән дә ауырып алғаны булды. Шуға ла беҙҙең дауаханала ковид-госпиталь ойоштора­саҡтар тигәс, барлыҡ хеҙмәттәштәр ҙә был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте, берәү ҙә артҡа сигенмәне.
– Кешеләрҙе дауалау менән бер рәттән, ҡайһы бер осраҡтарҙа уларға йылы һүҙ, тынысландырыу ҙа талап ителә...

– Үҙемә ҡалһа, кешеләр менән арала­шырға бик яратам. Ҡайһы саҡта “рентген үтеү зыянлы” тигәнерәк һүҙҙәр ҙә ишетәм, бигерәк тә бәләкәстәрен дауалаған әсәйҙәр шикләнә. “Был – мөһим диагностик сараларҙың береһе; барыһы ла уйлап-үлсәп эшләнелгән сара; уны үтмәйенсә баланың организмында ниндәй үҙгә­рештәр барлығын белеү мөмкин түгел” кеүегерәк һүҙҙәр ишеткәндән һуң әсәләр, ғәҙәттә, тыныслана.
Ә ауыр йәрәхәттәр менән эләккәндәргә: “Инде бынан да хәлегеҙ хөрт булмаҫ: һауығыу юлына баҫтығыҙ, сөнки һеҙ табиптар ҡулында, бында барлыҡ белгестәр ҙә тәжрибәле, ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәктәр”, – тип инандырам. Тән йәрәхәттәре менән эләгеүселәр, ғәҙәттә, дауаханала оҙаҡ ята, улар рентгенды даими үтә, шуға ла һүҙ ярҙамым да тейергә тейеш тип иҫәпләйем. “Ни өсөн тап минең менән ошондай хәл?” – тип өҙгөләнеүселәр ҙә осрай. Уларға сабырлыҡ теләйем, Аллаһ Тәғәлә һәр ғәмәлде һынау өсөн ебәреүен телгә алам, рентген эшләгәнсе күңелен күтәрергә тырышам.
– Дауаханала ковид-госпиталь ойоштороу хаҡында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.

– Шуныһы мөһим: үрҙә әйткәнемсә, дауаханала 350 урынлыҡ ковид-госпиталь ойоштороу тураһында һүҙ сығыу менән, бер кем дә артҡа сигенмәне, мин был эштә ҡатнаша алмайым тип әйтмәне. Һүҙ табиптар, урта медицина һәм барлыҡ дауахана хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара. Берәү ҙә матди түләүҙәрҙе йә иһә башҡа сәбәптәрҙе алға сығарманы: эшләргә кәрәк икән, тимәк, алға. Мин, отпускыла булыуыма ҡарамаҫтан, беренсе бригадаға яҙылдым. Махсус әҙерлек үттек, талап ителә икән, бөгөндән “бысраҡ зонала” ике аҙналыҡ вахтала эшләргә әҙербеҙ. Әлегә дауахана юғары әҙерлек режимында эшләүен дауам итә.
...Беҙҙең дауахананы башҡа медицина учреждениеларынан айырып торған төп үҙенсәлек, исеменән үк күренеп тороуынса – халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү. Был үтә тынғыһыҙ, яуаплы йүнәлештә һөнәрен яратмаған, битараф кешеләр эшләй алмай. Беҙҙең рәттәрҙә – “Ашығыс ярҙам” дауаха­наһының тынғыһыҙ тормошон үҙ иңендә кисергән, медицинаға мөкиббән ғашиҡ кешеләр генә.
Читайте нас