Республикала тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 88-гә етте, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф сайты. Шулай итеп, эпидемия башланғандан алып GOVID-19 менән зарарланғандар 2 602 кеше тәшкил итә. Тәүлектә бер кеше һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә вирусты йоҡторған кешеләр кисәгенән бер аҙ күберәк – 9434. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 139 пациентты ҡотҡара алмағандар. Эпидемия осоронда вафат булғандарҙың һаны - 3388.
Пандемияның дауам итеүе һәм һуңғы ике аҙнала сир раҫланған осраҡтарҙың 80-дән артыуы хәүефләндерә, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Айырыуса өлкәндәрҙең, хроник сирлеләрҙең сәләмәтлеге хәүеф аҫтында, тип белдерәләр.
Шул йәһәттән, үҙ-үҙеңде изоляциялауҙың йомшартылыуы менән бәйле, белгестәр эпидемик сараларҙы, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү мөһимлеге тураһында иҫкәртә. Коронавирусҡа бәйле булмаған медицина ярҙамы кәрәк саҡта, бәйләнеш үҙәгенә (13-01), ашығыс ярҙам талап ителгәндә - 103 телефонына шылтыратыуҙы һорайҙар. Табип һеҙҙең өйөгөҙгә киләсәк, йәки поликлиникаға махсус ҡабул итеү ваҡытын билдәләйәсәктәр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.