Сәләмәт булайыҡ
26 Май 2020, 05:30

Алйырҙандарҙан өлгө алырға тура килер...

Тикшереүҙә 52 алйырҙан ҡатнашҡан. Эксперимент үткәреү өсөн махсус яйланмалар эшләнгән.

Вирустың көндән-көн таралыуына ҡарамаҫтан, битлек кейеүгә ҡаршылар, уның тәьҫиренә ышанмаусылар етерлек. Ҡытай ғалимдарының тәжрибәһе бөтә шик-шөбһәләрҙе таратыр, тип уйлайбыҙ.
Тикшереүҙә 52 алйырҙан ҡатнашҡан. Эксперимент үткәреү өсөн махсус яйланмалар эшләнгән. Майҙанды икегә бүлеп, бер яҡтағы ситлектәргә - һау-сәләмәт алйырҙандарҙы, икенсе яҡҡа коронавирус йоҡторғандарын урынлаштырғандар. Ситлектәр араһына сирле кимереүселәрҙең йоғошло вирустарын сәләмәт алйырҙандар яғына ел менән таратҡан вентиляторҙар ҡуйғандар. Алйырҙандар араһында битлек ролен үтәгән ҡаршылыҡ урынлаштырылған.
Өс төрлө эксперимент үткәрелгән. Ете көндән һуң битлек урынлаштырылмаған ситлектәрҙәге 15 сәләмәт алйырҙандың 10-һы сир йоҡтороуы асыҡланған. Ә ҡаршылыҡ ҡуйылған cитлектәрҙәге 12 кимереүсенең ни бары икеһе генә вирусты эләктергән.
Ғалимдарҙың фекеренсә, әгәр ҙә кешеләр медицина битлектәрен даими кейһә, коронавирус таралыуын икеләтә кәметеп буласаҡ. Аңлатма биреүҙең кәрәге юҡ, әлегә беҙгә лә битлек режимын теүәл үтәү мотлаҡ бурыс булып ҡала.
Фото: avtoblog.ua
Читайте нас