Сәләмәт булайыҡ
26 Май 2020, 12:30

Башҡа сирҙәр ялға китмәй

Коронавирус менән сирләгәндәр яҡын арала махсус дауаханаға күсерелә башлаясаҡ.

Шулай итеп, Өфө районының Зубов ауылы янында төҙөлгән яңы инфекция үҙәге әҙер. Ул үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индерелде. Республикала бындай төҙөлөштәрҙең булғаны юҡ ине әле. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ошо турала һөйләшеү булды.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, дауахана базаһында табиптар өсөн белемде камиллаштырыу һәм уҡытыу үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәр тупланып бөткән тиерлек. Унда шулай уҡ 4-се инфекция дауаханаһы бүлексәһе эшләйәсәк. Коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе дауалаған табиптар һәм шәфҡәт туташтары вахта юлы менән хеҙмәт итәсәк. Госпиталь хеҙмәткәрҙәре өсөн 46 урынлыҡ ятаҡ та әҙер.
– Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһы менән берлектә ординаторҙарҙы уҡытыу һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән башҡа белгестәр өсөн квалификация күтәреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк, – тине министр.
Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров коронавирус менән сирләгән кешеләрҙе был йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә күсереү менән профилле дауаханаларҙағы быға тиклем үҙгәртелгән урындарҙы киренән ҡайтара башларға ҡушты.
– Башҡа сирҙәр ялға китмәй: онкология, йөрәк, ҡан тамырҙары сирҙәре шулай уҡ юғары технологиялы дауалауҙы талап итә. Медицина ярҙамы һәр мохтаж кешегә тулы кимәлдә һәм ваҡытында күрһәтелергә тейеш, – тине ул.
Фото: ufa.dixinews.ru
Читайте нас