Сәләмәт булайыҡ
26 Май 2020, 16:40

Хәҙер барыһы ла етә

"Республика предприятиелары эске ҡулланыуға етерлек һаҡланыу һәм дезинфекция саралары етештерә. Артып ҡалғанын күршеләргә һатырға ла мөмкин".

Коронавирус башланған саҡта илдә битлектәр һәм табиптар өсөн һаҡланыу кейемдәре етмәй ине. Әле бындай проблема юҡ. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо мәсьәлә лә ҡаралды.

Республиканың Сәнәғәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 17 предприятие көнөнә 20 мең самаһы күп тапҡыр файҙаланыла торған битлек тегә. 18 марттан алып 24 майға тиклем ошондай 4,23 миллион һаҡланыу сараһы әҙерләнгән. Әле “Башфармация” дарыуханаларында 14,5 миллион, “Фармленд” дауаханалары селтәрендә 9,2 миллион битлек бар. Келәттәрҙә улар 3,6 миллион дана һаҡлана.

Һаҡланыу костюмдарын 16 предприятие тегә. 18 марттан алып 24 майға тиклем уларҙы 161,5 меңгә еткергәндәр. Әле көнөнә һигеҙ мең махсус костюм тегәләр.

“Рост” предприятиеһы ошо уҡ ваҡыт эсендә 55 мең литр водород перекисы, “Дэлекса” – 12 мең литр киң спектрлы дезинфекция саралары, “Фабрик косметик” – 43,5 мең литр санитайзер, “ТоргПромУпаковка” 135 мең литр дезинфекция сараһы етештергән.

“Медстальконструкция” компанияһы 22,1 мең (ҡеүәте тәүлегенә 800 дана), “Интех” 1070 дана (тәүлегенә 50) рециркулятор етештергән.

"Республика предприятиелары эске ҡулланыуға етерлек һаҡланыу һәм дезинфекция саралары етештерә. Артып ҡалғанын күршеләргә һатырға ла мөмкин", – тине Андрей Назаров.

Фото: ufa.rbc.ru
Читайте нас