Сәләмәт булайыҡ
26 Май 2020, 13:45

Сиргә һинең кем булыуың барыбер

Республикала 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған.

Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 2851-гә еткән. Тәүлек эсендә тағы ла 79 кешенең вирусты эләктереүе асыҡланған.
Бөгөнгө брифингта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, стационарҙарҙа 846 ауырыу дауалана, амбулатор рәүештә дауаланғандарҙың һаны - 1085. 39 пациент ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә биш меңдән ашыу кешегә тикшереү үткәрелгән.
Республикала 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Әлеге мәлдә Социаль страховкалау фонды менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙең реестры төҙөлә. Социаль страховкалау федераль хеҙмәтенә тапшырыу һәм түләүҙәрҙе алыу өсөн документтар йыйылмаһы әҙерләнә.
Максим Забелин мәкерле сирҙе еңеүселәрҙән коронавирусҡа ҡаршы плазма ҡабул ителеүе хаҡында һөйләне. Әле утыҙ кеше башҡаларҙы үлем тырнағынан ҡотҡарыу өсөн плазма тапшырған. Ҡан ҡойоу станцияһының күсмә модуле Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ла эшләйәсәк. Бында изге ғәмәлде ҡылырға теләүселәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәләр. Донорҙарға аҡсалата дәртләндереү саралары ҡаралған – ҡан күләменә ҡарап, 2500 һумдан алып 5000 һумға тиклем.
Ниндәйҙер кимәлдә тотороҡлоҡ күҙәтелгән төҫлө тойолһа ла, эпидемияның оҙайлы булыуы ихтимал, тип иҫкәртә табиптар. Уяулыҡты һәм һаҡланыу сараларын теүәл үтәү мотлаҡ.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә яңы коронавирус йоҡтороу осраҡтары 8915-кә еткән. 174 ауырыу вафат булған. Илдә сирҙе йоҡтороусылар һаны 362342 кеше тәшкил итә, был күрһәткес буйынса Рәсәй донъяла өсөнсө урында. Барлығы 3 807 пациент вафат булған. Тәүлек эсендә илдә 131129 ауырыу һауыҡҡан.
Фото: yandex.by, M24.ru.
Читайте нас