Сәләмәт булайыҡ
26 Май 2020, 14:30

“Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы”нан бүләк тапшыралар

Һәр ҡайһыбыҙ бүләккә күңел йылыһын һалғандыр, уны ҡалдырғанда бер үк ваҡытта шатлыҡ та, һағыш тойғоһо ла кисергәндер, моғайын.

“Башкиравтодор”ҙың ҙур коллективы республиканың дауалау учреждениеларындағы балалар онкология бүлексәләре өсөн бүләктәр йыйыуға арналған “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” акцияһын ойошторҙо.
Кушнаренко районының юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тәүгеләрҙән булып ошо акцияға ҡушылды. Ойошма хеҙмәткәрҙәре яман шештән яфаланған балаларға тапшырыу өсөн 50 бүләк әҙерләне.
“Сарала беҙҙең ҡатнашлығыбыҙ башҡалар өсөн яҡшы өлгө булыр, тип ышанам. Балаларға һәр төрлө ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә, ә бында үҙенсәлекле балалар тураһында һүҙ бара. Һәр ҡайһыбыҙ бүләккә күңел йылыһын һалғандыр, уны ҡалдырғанда бер үк ваҡытта шатлыҡ та, һағыш тойғоһо ла кисергәндер, моғайын”, – тине идаралыҡ начальнигы Илшат Ситдыҡов.
“Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы”нан бүләктәрҙе Республика балалар клиник дауаханаһына 1 июндә – Балаларҙы яҡлау көнөндә тапшыралар.
Фото: vk.com
Читайте нас