Сәләмәт булайыҡ
27 Май 2020, 10:30

Айҙар менән Сафияға прокуратура ярҙам итә

Ә ул 40-50 мең һумлыҡ дарыу ни бары бер айға ғына етә, тимәк, йылына 500-600 мең һум тигәнде аңлата.

Бүздәк районынан Айҙар Фәррухшин ике тоҡсай дарыуҙар ярҙамында ғына ҡәҙимге тормош менән йәшәй. Улай ғына ла түгел, уға даими физик күнегеүҙәр эшләргә кәрәк, юғиһә хәле көндән-көн мөшкөлләнә бара.
– Тоҡсайҙың береһендә - һыҙланыуҙы баҫа торған дарыуҙар, икенсеһендә - дарыу үләндәре, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Ә миңә кәрәкле дарыуға яҡын барырлыҡ та түгел, ҡыйбат. Бынан тыш, быуындарҙы яҙыр өсөн йыш ҡына ҡулыма гантель алам.
Айҙар Фәррухшинға табиптар "Бехтерев ауырыуы" тигән ҡурҡыныс диагнозды ҡуйған. Ревматолог пациентына ныҡ ҡыйбатлы дарыу эсергә тәҡдим иткән. Ә ул 40-50 мең һумлыҡ дарыу ни бары бер айға ғына етә, тимәк, йылына 500-600 мең һум тигәнде аңлата. Ир уны закон нигеҙендә бушлай алырға күпме генә тырышһа ла, бер нисек тә маҡсатына ирешә алмаған. Бүздәк районы прокуратураһына мөрәжәғәт иткәс кенә бәхет йылмайған.
Алты йәшлек Сафияның иһә бөйөрҙәре сирле. Уның әсәһе Лилиә лә прокуратура ярҙамында бушлай дарыуҙар алыуға өлгәшкән. Лилиә Субаеваның әхирәте сабыйына шулай уҡ бушлай дарыу юллай, уның да ыңғай хәл ителәсәгенә ышанайыҡ.
Фото: bash.news
Читайте нас