Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бесәйҙең коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлгән. Ҡойроҡло сирле карантинға оҙатылған.
Әммә “Россельхознадзор” етәксеһе урынбаҫары Николай Власов әйтеүенсә, йорт хайуандарына һәм ҡырағай йәнлектәргә ҡаршы бер ниндәй ҙә саралар күрелмәйәсәк, сөнки әлегә уларҙың һаулығына һәм ғүмеренә кире йоғонто һәм биотөрлөлөккә хәүеф менән янаған ғәмәлдәр юҡ.
COVID-19 вирусын йоҡторған бесәйгә биш йәш, ул бығаса нисек булған, артабан да шулай йәшәүен дауам итә, тик өйҙә карантинда.
Уның хужаһы тәүҙә ветеринарға мөрәжәғәт иткән, унан “Россельхознадзор” идаралығының махсус бүлегендә тикшерткән. Бесәйҙең тамағындағы һәм танауындағы лайлалы тиресәнән биоматериал алғандар. Ул артабан полимераз сылбыр реакцияһы менән тикшерелгән, һөҙөмтәлә бесәйҙә COVID-19 вирусы барлығы асыҡланған.
Коронавирус инфекцияһының төп йоғоу юлы кешенән – кешегә тип һанала. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, әлегә сирҙең йорт хайуандарынан кешегә күсеүе хаҡында бер ниндәй ҙә дәлил юҡ.