Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Май 2020, 18:20

"Директорҙарҙы ҡыуасаҡмын!"

Уҡыусылар, директорҙарығыҙҙы йәлләһәгеҙ, осрашмай тороғоҙ.

Иртәгә республика мәктәптәрендә уҡыу йылы тамамлана. Быйылғы шарттарҙа, әлбиттә, һуңғы сирек ғәҙәти булманы, балалар өйҙә интернет аша уҡыны. Коронавирус инфекцияһы ҡурҡынысы янауы сәбәпле, һуңғы ҡыңғырауҙар ҙа шылтыраманы.
Мәктәпте тамамлаған уҡыусыларға әлегә осрашып, кисә ойоштороу ҡәтғи тыйыла. Был йәһәттән республиканың Мәғариф министрлығы муниципалитеттарға кәңәштәр бирҙе һәм хәлдең контролдә тотолорға тейешлеген еткерҙе, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров.
– Һуңғы уҡыу көнө айҡанлы бер ниндәй ҙә осрашыуҙар, ресторандар, кисәләр булмаҫҡа тейеш тип һөйләштек. Муниципалитет башлыҡтары, быға ныҡлы иғтибар итегеҙ. Балалар арҡаһында сир сығанағы барлыҡҡа килмәһен, балалар ауырымаҫҡа тейеш. Директорҙар шәхсән яуап бирәсәк! Киҫәтеп ҡуям: ниндәй ҙә класс осрашып уҡыу йылды тамамлауҙы билдәләй икән, директор эштән ҡыуыласаҡ. Уҡыусылар, директорҙарығыҙҙы уйлағыҙ, йыйылмағыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фәнүр Йәғәфәров студенттар һәм уларҙың ятаҡтарындағы хәлдәр тураһында ла мәғлүмәт еткерҙе. Әле асыҡланыуынса, Башҡорт дәүләт университетының 3-сө ятағында бер нисә студент коронавирус йоҡторған. Уларҙы дауаханаға оҙатҡандар. Йәштәр еңел формала ауырый, сир билдәләре юҡ тиерлек. Улар менән бәйләнештә булған башҡа студенттар изоляторҙа. Ятаҡта тулы дезинфекция үткәрелгән.
Дөйөм алғанда, республиканың колледж һәм вуздары ятаҡтарында әлеге ваҡытта 5163 кеше йәшәй. Уларҙың 2493-ө – сит ил студенттары, 191-е – Рәсәй төбәктәренән. Май уртаһында 300 студент сир йоғоу ҡурҡынысы арҡаһында өйҙәренә ҡайтарылған.
Читайте нас: