Бөгөнгө Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләрҙең береһе эшһеҙлек проблемаһына арналды. Вице-премьер, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, кисә ил Президенты Владимир Путин белдергән үҙгәрештәр арҡаһында Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 100 мең кешегә тиклем үҫеүе ихтимал.
Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, республикала 2020 йылдың 1 ғинуарынан эшһеҙҙәр һаны 3,3 тапҡырға артты һәм 25 майға ҡарата 60 мең кеше тәшкил итә. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 3,17 процентҡа артты. Үҙҙәрен эшһеҙ тип теркәү өсөн 64 мең ғариза ебәрелгән. Әйткәндәй, эшһеҙҙәрҙең 44 проценты - оҙайлы ваҡыт эшләмәгән кешеләр.
Ленара Иванова белдереүенсә, илдә WorldSkills стандарттары буйынса йыһазландырылған колледждар оҫтаханалары нигеҙендә эшһеҙҙәрҙе яңынан уҡытыу буйынса федераль программа эшләй башлай. “Был эште беҙҙең республикала ла көйләргә һәм уҡытырға башларға кәрәк”, – тине ул.
Кәңәшмәлә белдерелеүенсә, Башҡортостанда артабан да ирекмәндәр мохтаждарға аҙыҡ-түлек таратасаҡ. “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектының икенсе тулҡыны башланды. Был эште был юлы ла “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы башҡарасаҡ.