Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн-брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 79 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3021-гә етте. Һауыҡҡандар – 1007 (һуңғы тәүлектә 59 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 885 сирле дауалана, уларҙың 41-е ауыр хәлдә. 1111 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Сирлеләрҙең йәшенә килгәндә, улар араһында 26 йәштән 50 йәшкә тиклемгеләр күпселекте тәшкил итә – 39,9 процент. Икенсе урында - 51-60 йәштәгеләр (24,3 процент). 61 – 80 йәшлектәр араһында сирләүеләр 21,2 процент .
Пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 92 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 64 кеше дауахананан сығарылған.
Һуңғы тәүлектә республиканың 19 лабораторияһында алты меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Дөйөм һандарға килгәндә, ошо көнгә тиклем 210690 кеше коронавирусҡа тикшерелгән, уларға йәмғеһе 221906 тикшереү үткәрелгән.
Шулай уҡ республиканың район-ҡалаларындағы медицина учреждениеларында карантин саралары дауам итә.
Фото: cdni.rt.com һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.