Пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты, Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире Альберт Марсель улы МИРХӘЙҘӘРОВ – тәүге көндәрҙән баш ҡалалағы ковид-госпиталдәрҙең береһендә алғы һыҙыҡта ҡәһәрле сир – коронавирусҡа ҡаршы көрәшкәндәрҙең береһе. Ул ошо осор хаҡында фекере менән уртаҡлашты.
– Ысынлап та, мин тәүгеләрҙән булып коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн махсус ойошторолған инфекцион госпиталгә эшкә тәғәйенләндем. Республика етәкселеге ҡарары менән баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге дауахана госпиталгә ярашлы профилен үҙгәрткәс, заманса ҡорамалдар, техника менән йыһазландырылған, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары менән дә өҫтәмә рәүештә тәьмин ителгән. Һәр палатала, һәр койка янында кислород биреү нөктәләре бар, сирлеләр ағымын таратыу өсөн система уйланылған, “таҙа” һәм “бысраҡ” зоналар булдырылған һәм башҡа үҙенсәлектәр иҫәпкә алынған.
COVID-госпиталдә эш башлағанда мин, табип-пульмонолог булараҡ, был сир менән тәүге сиратта профессиональ йәһәттән ҡыҙыҡһындым. Быға тиклем медицина әҙәбиәтендә төрлө пневмонияларҙың билдәләмәләре, киҫкенләшеү сәбәптәре, шул иҫәптән коронавирустың характеристикаһы, уның ҡатмарлы стадияһы билдәләре, COVID-19 менән сирләүселәрҙе дауалау буйынса тәҡдимдәр бар ине, әлбиттә. Шулай ҙа теория менән ғәмәлдәге хәл барыбер икенсерәк була, шуға ла белемемде тәжрибә менән нығытыу теләге тыуҙы.
Әйтергә кәрәк, коронавирус тураһында мәғлүмәттәр бығаса булһа ла, сирҙең фәҡәт ошо төрө менән донъяның медицина берҙәмлеге тәүге тапҡыр осраша, шуға ла уны “яңы” һәм хатта ниндәйҙер кимәлдә “серле” тип атарға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта пульмонологтар ҡәҙимге эш барышында пневмонияларҙың төрҙәрен йыш дауалай һәм уларҙың сәбәптәре булып шулай уҡ төрлө вирустар тора. Әйтергә кәрәк, улар ярайһы уҡ уңышлы дауалана ла. Мәҫәлән, А (грипп) вирусы (H1N1 – “сусҡа киҙеүе”), респиратор-синцитиаль вирус, шулай уҡ бик ауыр формалағы пневмония тыуҙырыуы ихтимал. Шуға күрә пневмония төрҙәрен дауалағанда тап пульмонологтарҙың, белгес булараҡ, ҡатнашыуы – бөгөнгө ихтыяж ул.
Шуға ла пневмонияның төрлө төрҙәрен дауалау тәжрибәһе булған пульмонологтар ковид-госпиталдәрҙә эшләгәндә бер ниндәй ҙә психологик һәм профессиональ ҡаршылыҡтар менән осрашмайҙыр, тип уйлайым. Коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүгә килгәндә, беҙҙең медицина белгестәре, табиптар, урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре һәр йәһәттән ҡаһарманлыҡ күрһәтте һәм әле лә күрһәтә, коронавирусты уңышлы дауалап була икәнлекте көндәлек тынғыһыҙ эш менән иҫбатлай, – ти Альберт Марсель улы. (Киләһе һандарҙың береһендә иһә уның менән әңгәмә тәҡдим итәсәкбеҙ).