Сәләмәт булайыҡ
29 Май 2020, 13:30

Хәбәрҙең көйөнөслөһө лә, һөйөнөслөһө лә бар

Һуңғы тәүлектә ҡаты сирлеләрҙең һаны кинәт кенә ҡыҫҡарған. Кисә республикала ауыр хәлдәгеләр 50 кеше иҫәпләнһә, бөгөн улар - 39. Үпкәне яһалма елләтеү аппаратына ун пациент тоташтырылған. 21 ауырыу һауыҡҡан.

Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 3105-кә етте. Тәүлек эсендә сирлеләр 84 кешегә артты.
Рәсәйҙә тәүлектә 8 572 пациентта коронавирус асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булыусылар һаны артҡан – 232. Ҡорбандарҙың дөйөм һаны 4374 кешегә етте. Илдә ун миллиондан ашыу лаборатор тикшеренеү үткәрелгән, бөтәһе 159 257 ауырыу һауыҡҡан.
Һөйөнөслө хәбәр ҙә бар. Һуңғы тәүлектә ҡаты сирлеләрҙең һаны кинәт кенә ҡыҫҡарған. Кисә республикала ауыр хәлдәгеләр 50 кеше иҫәпләнһә, бөгөн улар - 39. Үпкәне яһалма елләтеү аппаратына ун пациент тоташтырылған. 21 ауырыу һауыҡҡан.
Тимәк, әлегә беҙгә тынысланырға форсат юҡ. Гигиена-санитария ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышайыҡ, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ.
Фото:kaskad66.ru
Читайте нас