Ошо көндәрҙә Ульяновск ҡалаһындағы Ulnanotech наноүҙәгенең “ТестГен” компанияһы Һаулыҡ һаҡлау тармағында күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә (“Росздравнадзор”) теркәлеп, COVID-19 вирусын асыҡлау буйынса юғары кимәлдә аныҡ һөҙөмтә күрһәтеүсе тест етештерә башлаған.
Тикшереү һөҙөмтәһен ике сәғәттән һуң белергә мөмкин – был хаҡта “ТестГен” компанияһы ингән “Роснано” төркөмөнөң Инфраструктура һәм белем биреү программалары фонды белдерә.
“Компанияның етештереү ҡеүәте һәм ГОСТ ISO 13485 сертификаты әлеге башланғыс осорҙа тәүлегенә 50 мең самаһы тест етештереү мөмкинлеген бирә, киләсәктә иһә был һанды айына ике миллионға еткерергә планлаштырабыҙ. “ТестГен” компанияһы тест-системаларҙы Рәсәй төбәктәренә еткереү өсөн теләһә ниндәй теләктәшлек күрһәтергә әҙер. Ә сит ил баҙарына сығыу өсөн әлегә беҙ Европалағы СE-сертификатын көтәбеҙ”, – тип белдергән “ТестГен” компанияһының генераль директоры, медицина фәндәре кандидаты Андрей Тороповский.
“ТестГен” компанияһы белгестәре “CoV-2-Тест” тест-системаһын “Джинэкст” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заказы буйынса бер ай эсендә эшләгән. Ул организмда РНК SARS-CoV-2 барлығын бик иртә стадияла һәм юғары аныҡлыҡ менән күрһәтә (96 проценттан ашыу).
Тест нигеҙендә – реаль ваҡыт режимындағы кире транскрипциялы (ОТ-ПЦР) полимераз сылбыр реакцияһы ысулы. Ул Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан вируслы инфекцияны асыҡлауҙың иң аныҡ һәм теүәл ысулы булараҡ хупланған.
Тест-системаны эшләгән саҡта АҠШ-тың Аҙыҡ-түлек продукттары һәм медикаменттарҙың сифатын санитар күҙәтеү буйынса идаралығы (FDA) кәңәштәре лә иҫәпкә алынған. Тест сирҙе бик иртә стадияла, инкубация осоронда асыҡларға мөмкинлек бирә.
Яңы система Рәсәйҙең Федераль медик-биология агентлығының Гигиена һәм эпидемиология буйынса баш үҙәгенең клиник һынауҙарын уңышлы үткән һәм төрлө этаптарҙа анализ үткәргәндә 96-100% теүәллек күрһәткән. Һиҙгерлек кимәле – бер миллилитр биоматериалда вирустың 500-ҙән ашыу күсермәһе.