Ҡайһы берәүҙәр ҡысыныуҙан яфалана. Әгәр был сир ике аҙнанан ашыу дауам итһә, өҫтәүенә башҡа билдәләр ҙә күҙәтелһә, бөтә тәнгә таралһа, көтмәгәндә ҡапыл ҡуҙғып китһә, мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Ауырыуҙың сәбәптәре төрлө булыуы ихтимал. Бына шуларҙың ҡайһы берҙәре:
Психологик кисерештәр арҡаһында.
Ҡайһы саҡта тәндең ҡысыуы менталь сәләмәтлектәге депрессия, эске көсөргәнеш, психоз, төрлө фобиялар кеүек кәмселектәргә бәйле. Был сирҙең төп үҙенсәлеге: кешегә тиреһендә (ҡайһы саҡта тире аҫтында) йәки тәнендә нимәлер йөрөгәндәй тойола.
Был сир эндокрин системаның эшмәкәрлеген боҙа: организмда гормондарға ҡытлыҡ тыуа, һөҙөмтәлә кеше фекер тарҡаулығынан, хәлһеҙлектән, ҡысыныуҙан яфалана.
Гипертонияны, йөрәк аритмияһын һәм подаграны дауалау препараттары, эстрогенлы дарыуҙар, опиоидтар ҡулланыу һөҙөмтәһендә тәндең туҡтауһыҙ ҡысыуы ихтимал. Бындай осраҡта табип менән кәңәшләшеү шарт. Ул һеҙгә бүтән төрлө дарыу яҙыр.
Йөклө ҡатындарҙа тән ҡысыуы һирәк булһа ла осрай. Буласаҡ әсәләрҙә уның даими күҙәтелеүе йәки ҡайһы саҡта ғына ҡуҙғып китеүе ихтимал.
Тәнгә һөртә торған химик сараларҙың ҡайһы берәүҙәргә килешмәүе лә бар. Лосьон, йыуыныу өсөн гель, һабын, ҡояштан һаҡлай торған крем – уларҙың компоненттары йыш ҡына аллергия тыуҙыра. Килешмәгән косметиканы асыҡлаһағыҙ, уны ҡулланыуҙы туҡтатып, гистаминға ҡаршы препарат эсегеҙ.
Цирроз йәки гепатит булғанда, тән тиреһенең ҡысыуы һәм һарғайыуы ихтимал.
Ҡайһы бер ныҡ тирләгән кешеләр ҙә тән ҡысыуынан яфалана. Уларға даими йыуынырға, кейемде йышыраҡ алмаштырырға һәм тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем кейергә кәңәш ителә. Әгәр тән ҡысыуы ҡапыл ҡуҙғып китһә, эндокринологка йәки терапевҡа күренегеҙ.
Тәндең ҡысыуы шулай уҡ ҡан системаһындағы, ашҡаҙан аҫты биҙендәге яман шешкә йәки Ходжкин лимфомаһына бәйле булыуы ихтимал.
Бөйөр дөрөҫ эшләмәһә, организмда азот берләшмәләре туплана. Улар тир менән бергә сығып, тирелә йыйыла, тәндең ҡысыуына килтерә.
Тән ҡысыуы туҡтауһыҙ яфалай икән, ниндәй ҙә булһа сара күрерҙән алда, мотлаҡ дерматолог, инфекционист йәки терапевт менән кәңәшләшергә кәрәк.