Сәләмәт булайыҡ
30 Май 2020, 11:40

Һаман да тәмәке тартаһыңмы?

Был ғәҙәт даимиға әйләнһә, үпкә яман шешенә генә түгел, ә ирен, тел, боғаҙ, һейҙек юлдары рагына ла килтереүе ихтимал...

Күптәр өсөн тәмәке тартыу ғәҙәткә әйләнә. Ҡайһы берәүҙәр иртәләрен ҡәһүә менән сигареттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай.
Тәмәкене ташлау бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға ауыр бирелә. Шуға ла белгестәргә мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ.
Баҡтиһәң, донъяла йыл һайын алты миллион кеше тәмәкегә бәйле ауырыуҙарҙан, фажиғәләрҙән вафат була икән. Быға тартыу сәбәпле килеп тыуған онкология сирҙәре, һүнмәй ҡалған төпсөк һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындар ҙа инә. Шуныһы ла бар: 600 мең кеше пассив тәмәке тартыу сәбәпле үлә. Йәғни, үҙе был ғәҙәттән йыраҡ булһа ла, эргәһендәгенең төтөнөн һулап зыян ала. Табиптар белдереүенсә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, тәмәке тартҡандарҙың 17 процентын 15 - 24 йәшлектәр тәшкил итә. Йәмәғәт әүҙемселәре быға ҡаршы көрәш алып барһа ла, йәштәр араһында ошо насар ғәҙәткә тартылғандарҙың күплеге борсой.
Тәмәкенең сәләмәтлеккә зыяны һәр кемгә таныш. Хатта сигареттарҙың ҡабына ла был хаҡта киҫәтеп яҙып ҡуялар. Белгестәр әйтеүенсә, тәмәке тартыу үпкә яман шешенә генә дусар итә, тип уйлағандар яңылыша. “Был ғәҙәт даимиға әйләнһә, ирен, тел, боғаҙ, һейҙек юлдары рагына ла килтереүе ихтимал. Рәсәйҙә йыл һайын 300 мең яман шеш осрағы асыҡлана. Үпкә рагы тире һәм күкрәктәге яман шештән ҡала өсөнсө урында тора. Ғәҙәттә, 30 - 55 йәшлек эшкә һәләтлеләр ауырый. Һуңғы арала ҡатын-ҡыҙ араһында үпкә рагы менән сирләгәндәрҙең арта барыуы ла борсой. Яман шеш асыҡланған кешеләрҙең 80 проценты тәмәке тарта. Шуға ла был ғәҙәттән ҡотолоу өсөн ныҡлы киҫәтеү эше алып барыла, дәүләт программалары ярҙамында ауырыуҙы тәүге стадияларҙа асыҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Флюорография, рентген аша кешенең үпкәләрен тикшереп торалар”, – ти онкологтар.

Тәмәкене нисек ташларға?

* Беренсе сиратта үҙеңә маҡсат ҡуйырға кәрәк. Тәмәке тартыуҙың зыянлы икәнен аңлау мөһим.
* Тартыуҙы ташларға йыйынғанда яҡындарыңдан ярҙам һорарға була. Күптәрҙең ихтыяр көсө етеп бөтмәй. Ләкин бер ташлап, ҡабат башлағандар ҙа, инде булмай икән тип, ҡул һелтәргә ашыҡмаһын, өмөттө өҙөргә ярамай. Тағы ла ниәтләп ҡарарға кәрәк.

* Электрон сигареттар тәмәкенән ҡотолорға ярҙам итә тигән фекер - хата. Киреһенсә, уларҙың күп төрлө ауырыу килтереп сығарыуы мөмкин.

* Баланың кеҫәһендә тәмәке тапһағыҙ, шунда үҡ һүгергә ашыҡмағыҙ. Барыһын да аңлатығыҙ, миҫалдар килтерегеҙ.

Фото: zen.yandex.ru

Читайте нас