Быйыл август-сентябрҙә Рәсәйҙә COVID-19 вирусынан вакцина барлыҡҡа киләсәк, тине Михаил Мурашко медицина университеты студенттарының һорауҙарына яуап биргәндә.
БДМУ-лағы осрашыуҙа ул бер нисә вакцина эшләнеүе, улар араһында бишәүҙең айырыуса перспективалы булыуы хаҡында белдерҙе. Ике-өс аҙнанан клиник һынауҙар башланасаҡ.
“Теләүселәр йыйылды, рөхсәт биреү һәм страховка процедуралары бара. Артабан барыһы ла һынау һөҙөмтәләренә бәйле буласаҡ. Һәм сәнәғәт ҡеүәтенән: вакцинаны әҙерләү һәм һынау ғына аҙ, етештереүҙе яйға һалырға кәрәк”, – тине Михаил Мурашко.