Сәләмәт булайыҡ
30 Май 2020, 17:50

Михаил Мурашко: "Башҡортостан медицинаһында барыһы ла бар!"

- Пациент өсөн мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн беҙгә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Был йола һаҡланыр тигән ышаныстамын.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙың яҡшы матди-техник базаһы, диагностикалауҙың һәм дауалауҙың бөтөн файҙалы алымдары, медицина берҙәмлеге бар. Был хаҡта бөгөн Өфөгә эш сәфәрендә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе.
“Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп үтәйем. Бында яҡшы матди-техник база барлығын күрәбеҙ. Ул киңәйә һәм ҙурая. Һаулыҡ һаҡлауҙа файҙаланылған барлыҡ алдынғы технологиялар бында ҡулланыла, шул иҫәптән геном тикшереүҙәре, төрлө энергия менән визуалләштереү ярҙамында үткәрелгәндәр (ультратауыш, рентген, магнит-резонанс, шул иҫәптән радиофармпрепараттар менән).
Республикала иң яңы дауалау, хирургия, радиотерапия, нур терапияһы алымдары бар. Башҡортостан – табип-инфекционистарҙың, химиотерапевтарҙың, кардиологтарҙың юғары профессиональ мәктәбе. Минең ҡарашҡа, республика тотош ил һәм дөйөм донъя кимәлендә ярайһы лайыҡлы урында. Тағы ла етеҙерәк хәрәкәт итеү өсөн, әлбиттә, бар медицина көстәрен берләштерергә кәрәк. Бөгөн беҙҙең иңгә төшкән һынау ҡарарҙар ҡабул иткәндә аҡыллыраҡ, бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булыу мөмкинлеген бирә. Ул коллегаларҙың, федераль, төбәк белгестәренең берҙәмлегенә саҡыра. Пациент өсөн мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн беҙгә хеҙмәттәшлек итергә кәрәк. Был йолалар – телекүперҙәр һаҡланыр тип уйлайым.
Бөгөн табиптар менән онлайн-конференциялар алып барыла. Яңы белем һәм заманса аралашыу формаларына эйә булыу өсөн был ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине Михаил Мурашко, Башҡортостанға эш сәфәренә һығымта яһап.
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас