Башҡортостанда йөҙ койкалыҡ балалар онкогематология үҙәге төҙөү планлаштырыла. Уны булдырыу проектын республикаға эш сәфәре барышында Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко хупланы.
“Онкогематологик сирле балаларға ярҙам мәсьәләһендә, һис шикһеҙ, эште дауам итәбеҙ. Был мөһим проекттың киләсәге бар”, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында 92 койкалы онкоүҙәк һәм ун койкалы көндөҙгө стационар төҙөү планлаштырыла. Проект экспертиза үткән, документтар пакеты 2021 йылға Федераль адреслы инвестиция программаһына һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына индереү өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тапшырылған.
“Төҙөлөштө әлегә республика бюджеты иҫәбенә быйыл уҡ башлауҙы күҙаллайбыҙ, – тине баш табип Рөстәм Әхмәтшин. – Әле беҙҙә балалар онкогематологияһының бер бүлексәһе эшләй – барлыҡ республикаға 45 койка. Был аҙ. Шуның өсөн балалар онкоүҙәген төҙөү бик кәрәк”.
Республика балалар клиник дауаханаһында булғанда Михаил Мурашко менән Радий Хәбиров һәр бүлексәнең эше менән танышты, матди-техник базаны нығытыу мөмкинлектәрен ҡараны. Коллективта 1300 хеҙмәткәр, шул иҫәптән 341 табип бар. Дауаханала 14 профиль буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Былтыр 1,4 мең бала тейешле дауалау үткән.
Баш табип Рөстәм Әхмәтшин һүҙҙәренсә, әле белгестәр сифат менеджменты системаһын формалаштырып, балаларҙың үлем осраҡтарын кәметеү бурысына ҙур иғтибар бүлә. Атап әйткәндә, яңы программаларға ярашлы, пациенттарҙы дауаханаға алып килеү өсөн санитар авиацияны файҙаланыу тураһындағы ҡарар яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Муниципаль дауалау учреждениелары менән онлайн тәртиптә консультациялар үткәрелә.