Башҡортостанда үткән тәүлектә 80 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылды. Был хаҡта Рәсәй оператив штабы хәбәр итә.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала сирҙе йоҡтороу осраҡтары 3185-кә еткән, үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. Тәүлек эсендә 21 кеше һауыҡҡан.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 8 952 кешенең вирус йоҡторғаны асыҡланған. Инфекцияға дусар булғандар - 396 575 кеше. Сир һөҙөмтәһендә илдә бөтәһе 4 555 ауырыу һәләк булды, 167 469 пациент һауыҡҡан.
Новосибирск ҡалаһындағы “Вектор” үҙәгендә коронавирустан вакцинаны клиник һынау сентябрь урталарында тамамланырға тейеш, тип хәбәр итә үҙәктең генераль директоры Ринат Мәҡсүтов. Тәүге вакцинаның уңышлы үтеүенә өмөтләнәйек. Әлегә бөтә санитар-эпидемиологик сараларҙы теүәл үтәү – һәр беребеҙҙең бурысы.