Бөгөн Өфө районында тантаналы рәүештә яңы клиник инфекция үҙәге асылды, сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, тип хәбәр иткәйнек.
Тантанана барышында Михаил Мурашко журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
"Иң тәүҙә төҙөлөштө бик тиҙ арала тамамлау кәрәк булғанын билдәләр инем. Был – инженерия йәһәтенән ҡабул ителгән уникаль, ғәжәпләнерлек ҡарар. Мәҫәлән, ошо дауахананы ике йыл төҙөһәләр, был дөрөҫ булмаҫ ине. Шуға ла ҡабул ителгән ҡарар ваҡытлы һәм урынлы тип иҫәпләйем. Медицина учреждениеһын 55 көн эсендә төҙөп бөтөү, уны заман талаптарына ярашлы йыһазландырыу – бик ҙур һөҙөмтә. Минең хәтеремдә булғанса, был, ысынлап та, рекордлы ваҡыт арауығы.
Медицина корпустарының секцияларҙан тороуы төрлө сирлеләрҙе ҡабул итеү, кәрәк саҡта секция-ара бәйләнеште ябыу мөмкинлеген бирә. Энергетик йәһәттән дә һөҙөмтәле үҙенсәлектәр бар. Ошо нигеҙҙә корпустарҙы хеҙмәтләндереүҙә ресурстарҙы экономиялап була. Кислород менән тәьмин итеү өсөн инженер системалары, вакуум, ҡыҫылған азот ҡоролмалары, заман талаптарына ярашлы рентген һәм лаборатория диагностикаһы мөмкинлектәре, медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыуҙың яңы алымдары ҡулланылыу комплекстың юғары талаптарға яуап биреүен иҫбатлай. Унан тыш, медицина персоналына ваҡытлыса йәшәү өсөн ятаҡ төҙөлөүе, уларҙың һәр саҡ пациенттар янында була алыуы ла мөһим. Дөйөм алғанда, был комплекс - иң ҡыҫҡа ваҡыт арауығында медицина, инженерия һәм заман технологияларын берләштергән мөһим проект ул".
Был тәжрибәне киләсәктә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын яңыртыу эштәрендә лә ҡулланыу фарыз. Ваҡыт, сифат, һөҙөмтәлелек – ошо өс төп йүнәлешкә таянырға тейешбеҙ. Ошоға бәйле мин Радий Фәрит улына, төҙөүселәргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде еткерәм: бөтәһе лә бик грамоталы башҡарылған.
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, уҡыу йортары менән хеҙмәттәшлек итеү, хәүефһеҙлек сараларын күреү, персоналды инфекция шарттарында эшләргә өйрәтеү кеүек мәсьәләләр ҙә алғы планда булырға тейеш", - тине Михаил Альбертович, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Радий Хәбировҡа, коронавирус инфецияһын еңгәс, был комплекслы инфекция үҙәге ниндәй маҡсаттарҙа файҙаланыласаҡ, тигән һорау ҙа бирҙеләр.
"Бындай осраҡта беҙ һәр ваҡыт Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы кәңәштәренә таянабыҙ һәм һәр саҡ ҡатмарлы шарттарға әҙерләнәбеҙ. Шуға ла коронавирус мәсьәләһе килеп сыҡҡандың тәүге көнөнән ҡатмарлы сценарийға иҫәп тотоп, ошондай ҡарар ҡабул иттек һәм әлеге дауахананы төҙөнөк. Алдан медицина учреждениеларының профилен үҙгәртеү, урындар әҙерләү һөҙөмтәһендә был һынауҙы лайыҡлы ҡаршыланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирлеләр ҙә, вафат булғандар ҙа бар. Әммә медицина тармағының нигеҙен ҡаҡшатырға ирек ҡуйманыҡ. Был госпиталгә килгәндә, ул ҡәҙимге инфекция дауаханаһы, йоғошло ауырыулылар күп һәм төрлө. Бынан тыш, Өфөләге инфекция дауаханаһының бик иҫке икәнлеге мәғлүм, уның бер бинаһына хатта 132 йыл. Унда бик күп эштәр башҡарырға кәрәк, проблема етди иғтибар талап итә. Шуға ла был госпиталь артабан ҡәҙимге инфекция дауаханаһы бурысын атҡарасаҡ", - тине Радий Фәрит улы.