Сәләмәт булайыҡ
31 Май 2020, 05:50

Үҙегеҙҙән яуаплылыҡты алмағыҙ

Бәләкәй ҡолаҡсындарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүе ихтимал?

Телефондар, электрон яйланмалар балалар тормошоноң айырылғыһыҙ йыһазына әүерелде. Смартфон, компьютер, планшет, плеер, электрон китаптарҙы ҡулланмағандар бик һирәктер.
Һорау килеп сыҡҡан икән, яуап табыу өсөн ҡайҙалыр бараһы ла юҡ, гаджеттар бик тиҙ ярҙамға киләсәк. Ул – дуҫтар менән аралашыу сығанағы ла. Ата-әсәй баланың ҡайҙалығын, нимәләр эшләүен шунан күҙәтә.

Балалар яратып ҡуллана торған кес кенә ҡолаҡсындар ҙа бөтөнләй үк зыянһыҙ түгел.

"Улар тышҡы ишетеү юлын томалай. Ҡысҡыртып музыка тыңлағанда ҡыҫҡа тулҡынлы бәрелеш барлыҡҡа килә, – ти оториноларингологтар. – Шул сәбәпле ҡолаҡ һағыҙы күп бүленеп сыға башлай һәм, әлеге тирәлектә тығылып, “бөкө” хасил итә. Ул иһә ишетеү һәләтен насарайта. Ҡолаҡсындарҙың зыяны хаҡында күп төрлө тикшеренеүҙәр ҙә күрһәтә. Микроҡолаҡсындарҙы бысраҡ ҡулдар менән дә тоталар һәм уларҙы һирәк кеше генә таҙартып тора. Ҡолаҡ эсендәге тире йәрәхәтләнеп, бактерия йәки бәшмәк эләгергә мөмкин. Был иһә елкенһенеүгә (отит) килтерә. Ҡолаҡ барабанына зыян килеп, кеше насар ишетә башларға мөмкин".

"Электрон йыһаздарға барыһын да өйөп, үҙегеҙҙән мәшәҡәтте төшөрмәгеҙ. Бала менән күберәк ваҡытты үткәрегеҙ. Өҫтәл уйындары уйнағыҙ, рәсем төшөрөгөҙ, саф һауала йөрөгөҙ, – ти шулай уҡ белгестәр. – Ярамай тип мең ҡат әйткәнсе, башта үҙегеҙҙе гаджеттар ҡоло булыуҙан азат итегеҙ. Баланың күреүе, ишетеүе, ғөмүмән, сәләмәтлеге насарланған кеүек һиҙәһегеҙ икән, йәшәү урыны буйынса дауахана табибына күрһәтергә кәрәк".

Мәктәпкә барғансы анализдар тапшырырға мөмкин. Уҡығанда иһә башҡа ауырыуҙар ҙа килеп сығыуы ихтимал: йыраҡтан насар күреү, һөйәк-мускул, ашҡаҙан-эсәк тракты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре. Улар тәүҙә үҙен бигүк һиҙҙермәй. Ун беренсе класҡа еткәс, тикшереүҙәр ваҡытында йыш асыҡлана. Ни өсөн тигәндә, мәктәптә уҡыу программаһы ауыр. Уҡыусы балаһы булған ата-әсә уның режимына күсергә тейеш. Күп кенә ғаилә быны эшләмәй, баланы мәктәпкә әҙерләмәй, ашау-эсеүҙәрен, ялдарын ҡайғыртмай. Уҡыусы иртә тора, күп ултыра, ашау-эсеү ҙә етерлек эләкмәҫкә мөмкин. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән малайҙар, ҡыҙҙар тағы телефондарға, компьютерҙарға үрелә. Бының һөҙөмтәһен һәр ҡайһыбыҙ белә.

Фото: i.mycdn.me
Читайте нас