Оператив мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүлек эсендә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны йәнә артҡан.
Хәҙер улар, дөйөм алғанда, 3260 кеше тәшкил итә. Тәүлек эсендәге артым – 75. Стационарҙарҙа 932 кеше ята, араларында 36-һы ауыр хәлдә, туғыҙы үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор рәүештә иһә 1178 сирле дауалана.
Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 16 кеше шәбәйеп сыҡҡан (дөйөм алғанда, 1132 пациент һауыҡҡан), мәкерле сирҙән вафат булғандар теркәлмәгән.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә 9268 кешелә коронавирус сире раҫланған. 138 пациентты ҡотҡара алмағандар. Тәүлектә илдә 4 414 ауырыу һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә вирус менән зарарланғандар һаны 405 843-кә етте. Әле 305 меңдән ашыу ауырыу медицина күҙәтеүе аҫтында.