Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысы менән 1998 йылдан алып 31 май Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө булараҡ билдәләнә.
Статистика буйынса, тәмәке тартҡандарҙың 20 проценттан аҙырағы беренсе ынтылыштан уҡ насар ғәҙәтен ташлауға өлгәшә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, тәмәке донъя буйынса үлемгә килтергән осраҡтар буйынса икенсе урынды биләй. Уның арҡаһында ер йөҙөндә йыл да 5 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Тәмәке тартыу ғүмер оҙонлоғон уртаса 10 йылға ҡыҫҡарта.
Зыяны үҙенә генә түгел, янындағыларға ла тәьҫир итә. Тәмәке еҫе таралған бинала тартмаған кеше 1,5 сәғәт булһа, организмында никотин концентрацияһының һигеҙ тапҡыр артыуы, ә бының үҙ сиратында үпкә яман шешен барлыҡҡа килтереүе иҫбат ителгән.
Рәсәйҙә йыл һайын 300 млрд. тәмәке тартыла. Дөйөм алғанда, ил буйынса ирҙәрҙең – 77, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 27, балалар һәм үҫмерҙәрҙең 42 проценты тәмәкесе.