Урман – ҙур байлыҡ, сәләмәтлек сығанағы ла. Ағастарҙың тәьҫир көсө айырыуса йәй баштарында ныҡ беленә. Бигерәк тә имән, ҡайын, уҫаҡ көслө ағастарҙан һанала. Уларҙан көс алыу өсөн асыҡ урында, ҡояшҡа туйынып торған туп-тураларын һайларға кәрәк. Электән ҡояшҡа үрелеп үҫкән ағастарҙы ҡосаҡлап торор булғандар. Үҙеңдәге кире энергияңды һәм сирҙәреңде ағас һурып ала, ти боронғолар. Әйткәндәй, был ағастар файҙалы ла.
Мәҫәлән, ҡайындың япраҡтары һәм бөрөләре күп төрлө ауырыуҙарға дауа. Һыулы вазаға ултыртылған ҡайын ботағы нервы һәм ҡан тамырҙарына файҙалы.
Имән – кешеләр өсөн көслө энергия сығанағы. Уның янында булыу үҙ-үҙеңә ышаныс көсөн, эшләү һәләтен арттыра.
Тирәк – һауаны автомобиль газдарынан, ағыулы матдәләрҙән таҙарта. Ә йәш тирәк япраҡтары иһә тынысландыра.
Миләш – кешегә үҙенең эске донъяһын аңларға ярҙам итә.
Йүкә – көслө энергияға эйә. Ул йортто бәхетһеҙлектән һаҡлай, тигән ышаныу бар. Шуның өсөн баҡсағыҙға ошо ағасты ултыртырға кәңәш ителә. Уның сәскәһен йыйып, һыуыҡ көндә йүкә балы менән сәй эсеү – үҙе бер шифа.
Сейә япраҡтарынан ҡайнатылған сәй йөрәккә дауа. Емеше лә файҙалы.
Ҡара ҡарағат – витаминдар ҡаҙнаһы. Сыбыҡсаларынан яһалған төнәтмә тән тиреһе өсөн файҙалы. Япраҡтарын сәйгә һалалар.
Уҫаҡ ҡайырыһын, ваҡланған ботаҡтарын бешереп, эренле ваҡ һыҙлауҙарҙы дауалайҙар.
Урмандарға кереп кенә лә әллә күпме сирҙән дауаланып сығырға мөмкин. Ә инде уларҙың япраҡтарын йыйып, миндек тә бәйләп ебәрһәгеҙ, икеләтә сәләмәтлегегеҙ артыр. Йәй көнө йышыраҡ урмандарға йөрөгөҙ, уның саф һауаһын һулап, кәйефтәрегеҙҙе күтәрегеҙ!