Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
2 Июнь 2020, 18:15

Барыһына ла анализдар тапшырырға тура киләсәк

Бәғзеләрҙе балалар өсөн шифаханалар, лагерҙар ҡасан эшләй башлай тигән һорау ҙа борсой. 1 июлдән балалар шифаханалары эшләй башлаясағы мәғлүм, ә лагерҙар буйынса мәсьәлә хәл ителә.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле сираттағы онлайн брифинг үткәрҙе. Һуңғы яңылыҡтар менән министр урынбаҫары Ирина Кононова таныштырҙы.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 72 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3409-ға етте. Һауыҡҡандар – 1192 (һуңғы тәүлектә 54 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 971 сирле дауалана. 1228 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Шул уҡ ваҡытта пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 62 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 41 кеше дауахананан сығарылған.
Брифингта көнүҙәк һорауҙарға ла яуаптар яңғыраны. Мәҫәлән, кешеләрҙе яңы инфекция дауаханаһы эшләй башлауы борсой. Ирина Кононова бөгөн унда медицина персоналы барып урынлашасағын, иртәгәнән А корпусында пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡтарын белдерҙе.
Бәғзеләрҙе балалар өсөн шифаханалар, лагерҙар ҡасан эшләй башлай тигән һорау ҙа борсой. 1 июлдән балалар шифаханалары эшләй башлаясағы мәғлүм, ә лагерҙар буйынса мәсьәлә хәл ителә, тине министр урынбаҫары. Унан тыш, барыһына ла коронавирусҡа анализ тапшырырға кәрәк буласаҡ.
Фото: rbk.ru
Читайте нас: