Сәләмәт булайыҡ
2 Июнь 2020, 14:15

ЭКО эшләй башлағандар

Дауаханаларға барыу тәртибе нисек? Коронавирус йоҡторған табиптарға түләүҙәр нисек билдәләнә?

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн-брифингта граждандарҙан килгән көнүҙәк һорауҙарға яуаптар яңғыраны. Министр урынбаҫары Ирина Кононова төрлө проблемаларға асыҡлыҡ индерҙе.
Бәғзеләрҙе коронавирус йоҡторған медицина хеҙмәткәрҙәренә страховка түләүҙәрен билдәләү тәртибе борсой. Был йәһәттән мотлаҡ һөнәри тикшереү үткәрелә, комиссия эшенә Башҡортостан буйынса Социаль страховка фонды вәкиле саҡырыла, ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа сир йоҡҡаны асыҡлана, тине министр урынбаҫары. Әгәр был хәл беренсел икән, эш биреүсе осраҡ хаҡында мотлаҡ "Роспотребнадзор" идаралығына хәбәр итергә тейеш. Барлыҡ үҙенсәлектәр асыҡланғандан һуң, документтар Социаль страховка фондына ебәрелә һәм билдәләнгән осорҙа аҡса медицина хеҙмәткәре иҫәбенә күсерелә.
Пациенттарҙы планлы ҡабул итә башлауға бәйле, республиканың дүрт иң ҙур учреждениеһы ла был йәһәттән эш башланы, тине министр урынбаҫары. Һүҙ Балалар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханалары, Республика окология диспансеры һәм Кардиология үҙәге хаҡында бара. Планлы ҡабул ителгән пациенттар барыһы ла коронавирусҡа анализ тапшыра, учреждениеларҙа барлыҡ санитар-эпидемиологик һаҡланыу саралары күрелә. Ашығыс осраҡтарҙа иһә пациенттар экспресс-тест тапшырасаҡтар.
Шулай уҡ үткән айҙың аҙағынан республиканың махсуслаштырылған медицина учреждениеларында ЭКО, йәғни экстракорпораль аталандырыу процедураһын яңыртҡандар. Әлбиттә, был осраҡта ла эпидемия талаптарына ярашлы барлыҡ һаҡланыу саралары күрелә.
Фото: primgazeta.ru
Читайте нас