Сәләмәт булайыҡ
5 Июня 2020, 14:30

Их, һеҙ, вахтасылар...

Яҡташыбыҙ 40 меңлек ҡалаға коронавирус "бүләк иткән".

Башҡортостанға ялға ҡайтҡан вахтасылар ҡунаҡҡа йөрөп өлкән йәштәге туғандарына коронавирус йоҡтора башлаған тип хәбәр иткәйнек инде. Был юлы республикабыҙ вахтасыһына бәйле күңелһеҙ яңылыҡ Иркутск өлкәһенән килде. Өлкәнең ошоға тиклем коронавирус менән сирләгән бер осраҡ та теркәлмәгән “таҙа” ҡалаһы Саянскка ла был инфекция килгән. Бында унда эшкә киткән яҡташыбыҙ ғәйепле.
Ҡала халҡының ни тиклем ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе аңлашыла. Улар ике ай дауамында һаҡланып килгәндәр ҙә бит. Бында сауҙа үҙәктәре, оҫтаханалар, бөҙрәханалар эшләгән.
Саянск ҡалаһына мәкерле инфекция килеүе тураһында 4 июндә ҡала мэры Олег Боровский хәбәр итте. Яҡташыбыҙ “Иҙел-Нефтемаш” компанияһында эшләгән, ул ҡалаға “Саянскхимпласт” компанияһына яңы мобиль “Иҙел-180” быраулау ҡулайламаһын эшкә ҡушыуҙа ярҙам итер өсөн килгән.
Саянск ҡалаһы башлығы белдереүенсә, компанияның ике эшсеһе ҡалаға 30 май Екатеринбург-Иркутск рейсы менән килә. Аэропорттан уларҙы предприятие транспорты Саянск ҡалаһына алып бара. Тәүҙә уларҙы ҡуртымға алынған фатирға урынлаштыралар, аҙаҡ икенсеһенә күсергә ҡушалар. Ә предприятиеның үҙ ҡунаҡханалары булған. Ни эшләп унда йәшәтмәгәндәрҙер, аңлашылмай.
2 июндә ирҙәр өйҙә килеш COVID-19 сиренә анализ бирә. Береһендә, тап беҙҙең яҡташыбыҙҙа тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. Үҙендә сир билдәләре юҡ, ул йөрөүсе. Уны дауаланыу өсөн Черемхово ҡалаһына ебәргәндәр.
“Беҙ ике ай дауамында ҡалабыҙҙы инфекциянан яҡланыҡ, - ти Олег Боровский. – Ҡалаға килгән кешеләр, вахтасылар, уларҙың туғандары, ҡунаҡтар барыһы ла килеүе тураһында хәбәр итә һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимына китә ине. Был белгестәрҙең килеүе тураһында “Саянскхимпласт” бер кемгә лә – дауаханаға ла, Роспотребнадзорға ла белдермәй. Ошо сәбәпле уларҙы медиктар күҙәтмәй, режим һәм губернатор указы боҙола. Предприятие уларҙың йәшәгән урындары тураһында ла мәғлүмәт бирмәй. “Саянскхимпласт” компанияһының аҡсаһын йәлләп, килгән белгестәренә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы ваҡытында командировка аҡсалары түләмәү теләге, ҡалабыҙға сир “бүләк итте”. Ике аҙналыҡ изоляция – һәм ҡала хәүефһеҙлеге тәьмин ителер ине. Уларға был ҡулайламаны бик тиҙ эшкә ҡушырға кәрәк булған күрәһең. Ул хәҙер былай ҙа оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торасаҡ. Был бик етди етешһеҙлек һәм предприятиеға әйтеп ҡуям, ҙур штрафтар көтөгөҙ. Предприятие етәкселеге 40 меңлек кеше йәшәгән ҡалаға бик ҙур “этлек” эшләне. Хәҙер беҙҙә сир усағы булыуы ихтимал.”
Әлеге ваҡытта ҡалала эпидтикшереү башланған. Яҡташыбыҙҙың кем менән бәйләнештә булыуын асыҡлайҙар – уларҙы килтергән водитель, ҡуртымға алынған фатирҙар хужалары һәм уларҙың ғаиләләре, хеҙмәттәштәре... Вахтасылар тыныс ҡына ҡала буйлап йөрөгән, магазиндарға ла ингән.
Ысынлап, бик күңелһеҙ хәл. Үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уйламайбыҙ шул.
Фото: Уфа1.
Читайте нас