Сәләмәт булайыҡ
13 Июнь 2020, 06:15

Ыҫланған ҡорот тәме

Халҡыбыҙҙың шифалы ризығы нисек әҙерләнә?

Ыҫланған ҡоротто күберәк Әбйәлил яғында эшләйҙәр. Уны мотлаҡ ҡаҙанға һалып ҡайнатырға кәрәк. Ут һүрән булырға тейеш, массаны ижау ярҙамында йыш һыпырып тороу кәрәк.
Артабан ҡорот таҫтамал тоҡсайға һалынып, һыуын һарҡытыу өсөн элеп ҡуйыла. Бер-ике көн тороп, һыуы һарҡып бөткәс, килеп сыҡҡан масса яҡшылап йомарлана. Аҫтына сепрәк түшәп, уны ҡояш үтә төшмәгән еләҫ урынға елләтергә ҡуябыҙ. Ике көндән әҙер ҡоротто ҡайтанан индереп, йәнә йомарларға кәрәк (барыһын да кире тасҡап). Икенсе тапҡыр эшкәртелгәс, ыҫлау өсөн махсус әҙерләнгән ылашҡа һалына. Уның аҫтына ерек утынынан сыраҡ әҙерләнеп, ут төртөлә. Ыҫланған ҡорот эшләү өсөн фәҡәт ерек утыны файҙаланыла, сөнки ул быҫҡып яна, ҡайнатманың тәме әсе булмай. Башҡа ағас ҡулланғанда, аҙыҡҡа ҡырҡыу тәм һеңәсәк.
Ылаш былай әҙерләнә: махсус мейес кеүек нәмә яһала (уға ут яғып була). Өҫтөнә ағастан тигеҙ, йыш һалынған рәшәткә кеүек таҡтанан эшләнгән әйбер ҡуйыла. Уға ҡороттар теҙелә. Ыҫлау өсөн ике көн буйына (төнөн дә) быҫҡытып ҡына ут яғыла. Ағасты түмәр көйөнсә усаҡҡа ташлап торалар. Өсөнсө көндә ыҫ тәме һеңгән, туғай еҫе сыҡҡан, иҫ киткес татлы ризыҡ барлыҡҡа килә. Ә инде шифаһы хаҡында әйтеп тә, яҙып та тороу кәрәкмәйҙер. Быны барыһы ла яҡшы белә, уны бөгөн бигерәк тә яман сирҙән яфаланғандарға ҡулланырға тәҡдим ителә. Әйткәндәй, халҡыбыҙҙың шифалы ыҫланған ҡорото - төрлө вирустарға ҡаршы иң яҡшы дауа.
Автор фотоһы.
Читайте нас