Сәләмәт булайыҡ
16 Июня 2020, 17:25

Спортсының аяҡһыҙ ҡалыуы ихтимал...

Бойондороҡһоҙ баһалама комиссияһы туҡымаларҙың үле хәленә килә башлауын асыҡлаған, ашығыс сара күрмәгәндә, уның аяҡтан яҙыу ихтималлығын иҫкәрткән.

Конькиҙа уҙышыу буйынса спорт мастерлығына кандидат Карина аварияла һынған аяҡтарының төҙәлмәүенә, табиптарҙың ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуймауына зарлана һәм марттан бирле ғәҙеллек даулай. “Ампутация хәүефе арта, процедураларға аҡса ла юҡ, барыһы ла табиптарҙың компетентлы булмауы арҡаһында”, - ти ҡыҙ.
28 йәшлек ҡыҙ трассала автомобилдә барғанында, уға “Форд” машинаһы килеп бәрелә. Водителдең иҫерек булып сыға. Әле лә авария сәбәптәре асыҡланып бөтмәгән, тикшереү эштәре тамамланмаған. Быға тиклем дә әлеге водитель эскән килеш машинаға идара иткәне өсөн танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан булған.
Ә ҡыҙ ҡаты яралана һәм яҡындағы Благовещен дауаханаһына оҙатыла. Ике аяғына ла операция яһағандан һуң, уны өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Бойондороҡһоҙ баһалау комиссияһы туҡымаларҙың үле хәленә килә башлауын, йәнһеҙләнеүен асыҡлаған, ашығыс сара күрелмәгәндә уның аяҡтан яҙыу ихтималлығын иҫкәрткән. Ҡыҙҙың әйтеүенсә, өс айҙан һуң ғына һынған урындар барлығы асыҡланған. Дауаханала бер кем дә ғәйебен танымай. “Тәүҙән үк дөрөҫ диагноз ҡуйылһа һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһә, мин бөгөн саҡ-саҡ таяҡҡа таянып йөрөмәҫ инем,” - ти спортсы. Юристар уға документтар йыйып, тапшырырға ҡуша. Суд-медицина экспертизаһы үткәргәндән һуң, сәләмәтлеккә килтерелгән зыянды билдәләргә һәм ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин буласаҡ. 13-сө ҡала дауаханаһына мөрәжәғәт иткәндән һуң, Каринаның аяҡтарына яңынан тикшереү үткәреүҙе планлаштырғандар. Һынауҙар нисек кенә ауыр булмаһын, ҡыҙ һауығыуына һәм киләсәккә өмөт менән ҡарай.
Фото:Gubdaiby.ru
Читайте нас