Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирус инфекцияһына бәйле сикләүҙәрҙе йомшартыу шарттарында республика шифаханаларының эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе.
"Төбәк Башлығы Радий Хәбиров 29 июндән граждандарҙы сәләмәтләндереү маҡсатында шифаханаларҙы асырға ҡушты, - тип билдәләне ул. – Әле был учреждениеларҙың күбеһе вахтасылар өсөн обсерватор булараҡ эшләй. Шуға күрә уларҙы ваҡытында, ә иң мөһиме - хәүефһеҙ рәүештә эшләтеп ебәреү өсөн барлыҡ сараларҙы күреү зарур".
Санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү саралары тураһында "Роспотребнадзор"ҙың урындағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов һөйләне. Ведомство кәңәштәренә ярашлы, инфекция таралыу хәүефенә юл ҡуймау маҡсатында, ял итергә теләгәндәр COVID-19-ға тест һөҙөмтәләре нигеҙендә генә ҡабул ителәсәк. Һәр бүлмәгә бер кешене урынлаштырырға тәҡдим ителә, был ҡағиҙә ғаилә ағзаларына һәм оҙатып йөрөүселәргә ҡағылмай.
Шифаханаларҙа барлыҡ дезинфекция саралары үткәреләсәк. Әгәр сиргә шик тыуһа, ял итеүселәр инфекция стационарына урынлаштырыласаҡ, ә улар менән бәйләнештә булғандар карантинға ебәреләсәк.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәренә, социаль, оператив хеҙмәттәр вәкилдәренә, ирекмәндәргә төбәк шифаханаларында сәләмәтлек сертификаттары нигеҙендә ял итеүҙе ойоштороуға бәйле ҡарар әҙерләнеүе тураһында белдерҙе. Бер ай дауамында документтың проекты барлыҡ хеҙмәттәр тарафынан килешелергә тейеш.
Беренсе вице-премьер, обсерватор функцияһы һаҡланып ҡалыуға ҡарамаҫтан, ял итеүселәрҙе йүнәлтмә буйынса ҡабул итеү өсөн шифаханаларҙа барлыҡ ойоштороу саралары яҡшы кимәлдә булырға тейеш, тип билдәләне.
"Коронавирус шарттарында сәләмәтлекте нығытыу йүнәлешенә ихтыяж кәмемәй, – тине Андрей Назаров. – Башҡортостан һәр ваҡыт шифаханалары менән данлы булды һәм был баҙарҙағы урынын юғалтырға тейеш түгел. Шуға күрә кешеләрҙе дауалау, ял иттереү өсөн барлыҡ шарттарҙы ла булдырыу мөһим".