Сәләмәт булайыҡ
18 Июня 2020, 13:15

Сир яйлап сигенә төҫлө

Бәхеткә күрә, вирустың яңы ҡорбандары юҡ, был күрһәткес элеккесә 18 осраҡ ҡала.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән коронавирус буйынса бөгөнгө брифингта ведомcтвоның министр урынбаҫары Ирина Кононова һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Тәүлек эсендә вирус 60 кешелә асыҡланған. Шулай итеп, Башҡортостанда COVID сирлеләр һаны 4730-ға етте. Һуңғы тәүлектә дауаханаларҙан 112 кеше һауығып сығып, сирҙе еңеүселәр иҫәбе 2182 кеше тәшкил итте. Бәхеткә күрә, вирустың яңы ҡорбандары юҡ, был күрһәткес элеккесә 18 осраҡ ҡала.
Министр урынбаҫары “ҡыҙыу бәйләнеш”тәргә килгән һорауҙарға ла туҡталып үтте. Әлеге осорҙа был һорауҙар башлыса балаларҙы йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына әҙерләү мәшәҡәттәре менән бәйле. Шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренән уларға тейешле түләүҙәрҙе юллауға ҡағылышлы һорауҙар ҙа йыш алына, тип билдәләне сығыш яһаусы. Һорауҙарҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмай, һәр осраҡта ла шәхсән яуаптар, аңлатмалар әҙерләнә.
Төбәгебеҙҙә сикләү режимының бер аҙ йомшартылыуына бәйле үҙгәрештәр тураһында ла әйтеп үтелде. Халыҡ күп йыйылған урындарҙа – магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә, дауаханаларҙа битлек кейеү мотлаҡ талап булып ҡала, ә бына урамда, паркта йөрөгәндә 1,5–2 метрлыҡ дистанцияны һаҡлаған осраҡта, йәки ғаилә ағзалары менән генә булғанда битлектә булыу мотлаҡ түгел. Шулай уҡ министр урынбаҫары һуңғы осорҙа эшмәкәрлеген әүҙемләштергән вокзал, аэропорт кеүек урындарҙа һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәргә саҡырҙы.
Ирина Кононова республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһының яңы вирус тыуҙырған шарттарға тулыһынса ҡулайлашып, тотороҡло эшләүен белдерҙе һәм барлыҡ коллегаларын ошо аҙнала билдәләнәсәк һөнәри байрамдары менән ҡотланы.
Фото: static.ngs.ru
Читайте нас