Сәләмәт булайыҡ
19 Июня 2020, 08:55

Ҡаланыҡылар йышыраҡ сирләй

Тәбиғәт уянып, йәмле көндәр башланғас та, ҡайһы бер кешеләр насар тойғолар кисерә, сөнки уларҙа поллиноз башлана. “Һеркәләргә аллергия” тип тә йөрөтәбеҙ уны.

Тәбиғәт уянып, йәмле көндәр башланғас та, ҡайһы бер кешеләр насар тойғолар кисерә, сөнки уларҙа поллиноз башлана. “Һеркәләргә аллергия” тип тә йөрөтәбеҙ уны.


Күптәр уны бик ауыр кисерә, көндәлек эштәрҙе башҡарырға ла хәлдәренән килмәй. Поллиноз – миҙгел сире, уның менән ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа берҙәй ауырый. Айырыуса 10 йәштән 40 йәшкә тиклемгеләр уға ныҡ бирешә. Өс йәшкә тиклемге балаларҙа ул бик һирәк күҙәтелә. 14 йәшкә тиклемге төркөмдә малайҙар ике тапҡырға күберәк ауырый, ә 15–30 йәштәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың йышыраҡ сирләүе билдәле. Төньяҡта йәшәгәндәр араһында ауырығандар һирәк.
Пациенттарҙың 50 проценты – 15 йәшкә, ә 40 проценты 30 йәшкә тиклемге осорҙа сирләй. Ауырыуҙарҙың ни бары 10 проценты башҡа йәш төркөмдәренә тап килә.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: ҙур ҡалала йәшәүселәр поллиноздан ете тапҡырға йышыраҡ яфалана. Быны мегаполистарҙың газ, туҙан менән бысраныуы менән аңлаталар. Тын алғанда, бысраҡ матдәләр ҡурылдайға ултырып, уларҙы шешендерә. Тын юлдары аша туҡымаларға тәрән үтеп ингән һеркәләр үҙ сиратында уларҙы ялҡынһындыра.

Сирҙең барлыҡҡа килеүендә нәҫелдән килгән күсәгилешлек тә ҙур роль уйнай. Ата-әсәнең икеһе лә миҙгел аллергия­һынан яфаланһа, уларҙың балаһында ла сирҙең үҫеше күҙәтелә. Сир ата-әсә­нең береһендә генә күҙәтелһә, хәүеф 25-40 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Һау-сә­ләмәт ата-әсәнең балаһында сир һирәк күҙәтелә.
Поллиноздың тәүге билдәһе – аллергик тымау. Танау ныҡ ҡысый, тона, тамаҡ ҡымырйый, сөскөртә. Ҡайһы берәүҙәрҙә ринитҡа конъюктивит та өҫтәлеүе мөмкин. Күҙҙәрҙең лайлалы ҡатламы ҡыҙара һәм шешенә, күҙ ҡабаҡтары ҡысыта, йәш аға, яҡтыға ҡарауы ауырлаша, әйтерһең дә, күҙгә ҡом тулған тиерһең.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа поллиноз ҡурылдай быумаһы менән бергә ҡушылып бара. Ауырыуҙа йүтәл, үпкәлә ҡыжғылдау башлана, тын алыу ауырлаша. Ҡайһы бер осраҡтарҙа тәнгә сабыртма сығыуы мөмкин.
Йыш ҡына поллинозды башҡа сир­ҙәр, мәҫәлән, киҫкен вируслы респиратор ауырыуы, трахеит, бронхит менән бутайҙар. Белгестең дөрөҫ диагноз ҡу­йыуы бик мөһим. Ваҡытында дауа­ламағанда, кешелә гайморит, пневмония, эренле конъюнктивит башланыуы ихтимал.
Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн тирелә тест үткәрелә. 20 минуттан һуң табип яра урынындағы реакцияға ҡарап, сирҙе ниндәй аллерген барлыҡҡа килтереүен асыҡлай ала.
Читайте нас