Сәләмәт булайыҡ
20 Июня 2020, 06:30

Яныбыҙҙа мәкерле дошман йөрөгәнен онотмайыҡ

Йәмле йәй иғтибарҙы үҙенә тартһа ла...

Кисә бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 62-гә артып, бөтәһе 4 792 кешегә етте. Был юлы тәүлек эсендә һауыҡҡандар байтаҡ – 85 кеше.
Рәсәйҙә тәүлектә 7 972 кешелә коронавирус раҫланған, 181ауырыу вафат булған, 330 мең лаборатор тикшеренеү үткәрелгән. Илдә барлығы 310 мең ауырыу табиптар күҙәтеүендә.
Республикала 770 пациент “ковид”-госпиталдәрҙә, 1737 ауырыу өйҙә, 38 кеше ауыр хәлдә. 13 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Йәмле йәй иғтибарҙы үҙенә тартып, эргәбеҙҙә генә мәкерле дошман барлығын оноттороп та ҡуя. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы вирус йоғоуынан һаҡлау өсөн бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәйек!
Фото: gtrk.tv
Читайте нас