Был донъяла йәшәү – үҙе сикһеҙ бәхет. Ә бына ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә ҡалғандарға ошо тормош шатлыҡ-ҡыуаныстарын йәнә татытҡан аҡ халатлыларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Ҡыйғы районында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап үткәрелгән байрам концертында һуғыш йылдарында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған, башҡаларҙы ҡурсалайым тип үҙе йән биргән табип-геройҙы хәтергә алдылар. Ауыл аҡһаҡалдары ярҙамында Николай Георгиевич Кириченконың ҡәбере табылған һәм ипкә килтерелгән.
Николай Кириченко Белорусиянан башҡалар менән бергә баш табип итеп эвакуацияланған. Һуғыш йылдарында төрлө инфекция сирҙәре менән ауырығандар күп булған. Табип-инфекционист Николай Георгиевич үҙе шәхсән район ауылдары буйлап йөрөп, кешеләрҙе дауалаған. Бигерәк тә Абзай, Алағуҙ һәм Мәсәктә хәл ҡатмарлы булған.
Ошо ауылдарҙың береһенә барғанда табип үҙе лә тиф эләктергән. Үрге Ҡыйғыға ҡайтҡас, Күпертауҙа урынлашҡан дауахана биләмәһендәге бәләкәй генә өйөнә бикләнгән һәм, сирҙе башҡаларға йоҡтормаҫ өсөн, үҙенә бер кемде лә яҡынайтмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙаллы дауалана алмаған, күпмелер ваҡыт үткәс, вафат булған. Район халҡы табипты дауахана эргәһенә, урман ситенә ерләгән.
Ҡыйғы халҡы ошо оло йөрәкле һөнәр эйәһенә мәңге рәхмәтле. Тәжрибәле табип һәм изге күңелле, ярҙамсыл кеше ғүмерлек үрнәк, сағыу өлгө булып ҡала.
Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.