Сәләмәт булайыҡ
21 Июня 2020, 06:00

Ҡулдарының име бар

Эргәмә килеп ултырғас, уның һалҡын ҡулдарын тотоп һорайым: "Мин йүнәлерменме? Былай ауырыған кеше үлмәйме ул?.."

...Бала сағымдың тоноҡ хәтирәһе булып иҫтә ҡалған: ҡышҡы аяҙ төн, урамда түҙеп торғоһоҙ һалҡын, ә мин өйҙә, түшәктә сәсрәп ауырып ятам. Температура юғары: бер өшөтә, бер яндыра. Биргән дарыуҙар тәьҫир итмәгәс, атай фельдшерға барырға ҡарар итә.
Бер ойоп, бер уянып киткән арала күрше бүлмәнән Рәжибә апайҙың яғымлы, йомшаҡ тауышын ишетәм. Тыныс ҡына ниҙер һораша, унан минең янға үтә... Ул килгәс, миңә бер аҙ еңелерәк булғандай тойола. Шулай ҙа, эргәмә килеп ултырғас, уның һалҡын ҡулдарын тотоп һорайым:
– Рәжибә апай, мин йүнәлерменме? Былай ауырыған кеше үлмәйме ул?
Ул йылмая, яғымлы тауышы менән күңелгә ятышлы, тынысландырғыс һүҙҙәр таба. Үҙе етеҙ генә эшен башҡара: температураны үлсәй, укол ҡаҙай, дарыуҙар бирә... Ҡабаланмай, һәр хәрәкәте ышаныслы, һәр ғәмәле теүәл.
Бына ошондай ул беҙҙең Рәжибә апай. Йылдың ниндәй миҙгеле булмаһын – ажғырып торған буранлы ҡышмы, төрлө мәшәҡәттәргә бай яҙ һәм йәйме, уңыш йыйыу осоро көҙмө, үҙе ауырыһа-талһа ла, кешеләргә ярҙамға ашыға торған белгестәрҙән ул. Эйе, ауыл фельдшерының эш ваҡыты сәғәттәр менән билдәләнмәгән: медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә талап ителеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта, профессиональ ярҙамдан һәм дауанан тыш, медицина хеҙмәткәренең үҙ-үҙен тотошо, кешеләр менән аралаша белеүе лә йүнәлеүгә өмөт уятырға, күңелен тынысларға тейеш, минеңсә. Рәжибә Хөсәйен ҡыҙы Сафина тап шундайҙар рәтендә.
Ул Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән. 1981 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлап, тыуған районының Өргөн ауылына эшкә килгән. Ошо ваҡыттан алып белгестең яҙмышы был төбәк менән бәйле.
Утыҙ йылдан ашыу Өргөн халҡына тоғро хеҙмәт иткән Рәжибә Хөсәйен ҡыҙы. Иҫ китмәле ипле, баҫалҡы холоҡло булыуы, һәр кемде иғтибар менән тыңлай белеүе, ваҡытлы һәм дөрөҫ медицина ярҙамы күрһәтеүе, файҙалы кәңәштәре аша күңелгә өмөт өҫтәүе, әлбиттә, уның үҙ һөнәрен ысын күңелдән яратҡан юғары квалификациялы белгес икәнлеген иҫбатлай.
– Ошо йылдар эсендә ниндәй генә хәлдәр менән осрашырға тура килмәне. Әммә иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла албырғап ҡалырға ярамай, тиҙ генә беренсел медицина ярҙамы алымдарын билдәләп, пациентҡа ярҙам күрһәтеү һәм артабанғы йүнәлеште билдәләү мөһим. Мәҫәлән, ҡатын бала табыу йортона барып етеп өлгөрмәйенсә, өйҙә бала табыу осрағы булһынмы; бәхетһеҙ хәл сәбәпле йәрәхәтләнгән ауылдашҡа ярҙам талап ителһенме; ҡан баҫымы үтә юғары күтәрелгән оло кеше хаҡында һүҙ барамы – ошо һәм башҡа бихисап хәлдәрҙә минең төп бурысым медицина ярҙамына мохтаж кешегә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү, кәрәк икән, уны артабан медицина учреждениеһына оҙатыу булды, – ти Рәжибә Хөсәйен ҡыҙы.
Һуңғы йылдарҙа, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, белгес күрше Учалы ауылындағы поликлиникаға йөрөп эшләй, шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Бында ла уны юғары һөнәри оҫталығы өсөн хөрмәт итәләр, иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип билдәләйҙәр.
Рәжибә Хөсәйен ҡыҙы Сафинаны Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, уға һаулыҡ, именлек, уңыштар юллайбыҙ. Тап уның кеүек кешеләр донъяны тағы ла яҡтыраҡ һәм йәмлерәк итә.
Фото геройҙың шәхси архивынан.
Читайте нас