Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Июнь 2020, 19:30

Ҡырҡ кеше ауыр хәлдә

Бөгөн республика стационарҙарында 761 сирле дауалана, уларҙың 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 56 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 4906-ға етте. Һауыҡҡандар – 2381 (һуңғы тәүлектә 23 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Республика стационарҙарында 761 сирле дауалана, уларҙың 40-ы ауыр хәлдә (шул иҫәптән 11 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, улар үтә ауыр хәлдә). 1746 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Шул уҡ ваҡытта пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 82 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 48 кеше дауахананан сығарылған.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып 351 830 тикшереү үткәрелгән, 336 010 кеше ҡаралған. Бер тәүлектә 4333 тикшереү уҙғарып, 4185 кешене ҡарағандар.
Фото: dw.com
Читайте нас: