Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылы табиплыҡ амбулаторияһының шәфҡәт туташы Фәйрүзә Нуретдинова бына нисә йылдар инде үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Йөрәк ҡушыуы буйынса эшләгән медицина хеҙмәткәрен халыҡ та үҙ итә, ҙур ышаныс менән ҡарай.
Ул Яңы Ҡорос ауылында Тәрзимә һәм Хәмит Ғәзизовтар ғаиләһендә донъяға килә. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Өфөләге медицина училищеһына уҡырға инә. Һөнәр алыу менән тыуған районына ҡайтып, Камай фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Аҙаҡ ете йыл дауамында Иҫке Ҡорос балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы була, ауыл балаларының сәләмәтлеген нығытыу, иҫкәртеү, дауалау-һауыҡтырыу бурыстарын намыҫ менән башҡара.
1992 йылда дауахана етәкселеге Фәйрүзә Хәмит ҡыҙының тәжрибәһен, эш стажын, белемен һәм яуаплылығын иҫәпкә алып, Иҫке Ҡорос участка дауаханаһының патронаж шәфҡәт туташы итеп билдәләй. Бында ла ул үҙенең яҡшы белгес булыуын күрһәтә. Әле 15 йыл дауамында участка шәфҡәт туташы булып эшләй, бурыстары күп төрлө – тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, медицина тикшереүҙәре, диспансерлаштырыу, өй беренсә йөрөп ауырыуҙарҙың хәлен белешеү, документтарҙы тәртиптә тотоу, санитар-иҫкәртеү эштәре...
Фәйрүзә Хәмит ҡыҙы участкаһындағы һәр ауырыуҙы яҡшы белә, уны райондаштары алсаҡ, яҡты йөҙлө, мәрхәмәтле булғаны өсөн хөрмәт итә. Маҡтаулы хеҙмәткәр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ире Илмир Әбүғәли улы менән бына тигән ике ул үҫтергәндәр. Егеттәрҙең икеһе лә - педагог, икеһе лә улдар үҫтерә. Нуретдиновтар ғаиләһе ауылда ғына түгел, бөтә районда хөрмәтле кешеләр, уларға тиңләшергә була.